Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусылар тәбрикләнде

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә һөнәри байрам уңайынан уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр. Әлеге көндә ҡаланың мәғариф учреждениеларында 1200-ҙән ашыу изге һөнәр эйәләре эшләй. Тантаналы йыйылышта педагогтарҙы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡотланы. Ул белем биреүҙең бөгөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын, шуға күрә уҡытыусыларға уңайлы хеҙмәт шарттары тыуҙырыу мөһимлеген билдәләне. Сарала уҡытыусыларға дан йырланды, йыр-моң яңғыраны, сәскәләр, сувенирҙар бүләк ителде, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, намыҫлы хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды.

Уҡытыусылар тәбрикләнде
Уҡытыусылар тәбрикләнде

Әлеге ваҡытта эшләп йөрөгән уҡытыусылар менән бер рәттән мәғариф ветерандары, яңы ғына хеҙмәт юлын башлап торған йәш белгестәр ҙә тәбрикләнде.

Мәғариф тармағы белгестәренең хеҙмәте ябай түгел. Улар киләсәк тәрбиәләй, һәр баланың күңеленә юл табып, кескәй йөрәктәренә изгелек орлоҡтары һала, төплө белем бирә, тәрбиә эше алып бара. Сибай уҡытыусылары һәр яҡлап алдынғы, ҡала, республика конкурстарында гел призлы урындар яулауҙары менән дә дан тота.

Уҡытыусылар тәбрикләнде
Уҡытыусылар тәбрикләнде
Автор:Гульдар Кадаева