Бөтә яңылыҡтар

Юрист булырға теләгән егеттең уҡытыусы булып киткәне

Сибай ҡалаһында икеһе лә ғүмерҙәрен педагогия хеҙмәтенә бағышлаған ғаилә парҙары бик күп. Шуларҙың береһе--Ниәтбай Салауат улы һәм Йәмилә Байым ҡыҙы Фекиәтовтар. Ғаилә башлығы 25 йылдан ашыу малайҙарҙы хеҙмәт дәресенән уҡыта. Баймаҡ районын Күлтабан, Сибай ҡалаһының 4-се мәктәбендә белем алған егет тәге йылда БДУ-ның юридик факультетына уҡырға инә алмағас, сараһыҙҙан Күлтабан мәктәбенә балалар уҡытырға бара.

Юрист булырға теләгән егеттең уҡытыусы булып киткәне
Юрист булырға теләгән егеттең уҡытыусы булып киткәне

Йәш егет математика фәненән һабаҡ биреүҙе ышанып тапшырғандар. Ул ваҡытта уҡыусы булған бер туған ҡустыһына көс төшкән: дәрестә гел унан яуаптар һораған, ә өйгә ҡайтҡас, әрләп-әрләп өйгә эшен эшләткән. Шулай бер аҙ тәжрибә туплағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Хатта әрме сафына барып, Ватаны алдындағы бурысын теүәл үтәп килергә лә өлгөрә. Белгес 1997 йылдан 2010 йылға тиклем Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбендә балаларға һабаҡ бирә. Юғары категориялы уҡытыусы бөгөнгө көндә ҡаланың 12-се мәктәбендә эшләй. Уның уҡыусылары технология буйынса республика, ҡала кимәлендәге олимпиадаларында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ниәтбай Салауат улы ҡаланың технология уҡытыусыларҙың методик берекмәһен дә етәкләй.

Хәләл ефете Йәмилә Байым ҡыҙы ла педагогтар нәҫеленән. Ул Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында тыуып үҫкән. Күбәләк араһы ҡыҙы Ниәтбай менән Сибай педагогия училищеһының 4 курсында уҡып йөрөгәндә таныша. Ҡулына диплом алғас ,1 йыл Күлтабан мәктәбендә биология,химия уҡытыусыһы булып эшләй. Йәмилә Байым ҡыҙы Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында логопед булараҡ ныҡлы тәжрибә туплай. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән 10 йыл эшләү дәүерендә ул был һөнәрҙең бөтә нескәлектәренә төшөнә. Әлеге көндә ул коррекцион мәктәптә тәрбиәсе, эшен бик яратып, күңелен биреп башҡара.

--Иремдән уңдым. Көньяҡ ҡасабаһында ҙур итеп йорт һалып индек. Ниәтбайҙың ҡулы оҫта,өйөбөҙҙә һатып алған мебель юҡ тиерлек, бөтә әйберҙе лә үҙе эшлане,--тип ҡыуана Йәмилә Байым ҡыҙы.--Өс балабыҙ бар. Өлкәне Илдар автомобиль йыйыу заводында эшләй. Гүзәлебеҙгә 22 йәш, Өфө ҡалаһында “Газпромбанк”та белгес. Кинйәбеҙ Ғәфүргә 9 йәш.

 

Автор:Гульдар Кадаева