Бөтә яңылыҡтар

Директорҙар сафы йәшәрә

Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә быйыл 4 директор алмашынды. Ҡайҙа, ниндәй үҙгәрештәр булыуын белергә теләһәгәҙ, сайтҡа инегеҙ.

Директорҙар сафы йәшәрә
Директорҙар сафы йәшәрә

1 сентябрҙән ҡаланың 7-се мәктәбен Ғәзинур Айҙар улы Әхмәтов етәкләй. Ул 1989 йылда тыуған. 2016 йылдан алып 12-се мәктәптә физкультуранан уҡытҡан.

8-се мәктәптә бынан ары Динар Рәмил улы Әхтәмғәлиев директор вазифаһын башҡара. Ул 1990 йылғы. 2011-2020 йылдарҙа 8-се мәктәптә информатика уҡытыусыһы булып эшләү менән бер рәттән уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары ла булған. 2020 йылдан “Ирәндек” боҙ һарайында етәксе булған.

Төйәләҫ ҡасабаһындағы 11-се мәктәптә лә үҙгәрештәр бар. Бынан ары белем усағын Таһир Әмир улы Ҡарағолов алға әйҙәй. 1984 йылда тыуған педагог 2011-2016 йылдарҙа ошо уҡ мәктәптә музыка һәм физкультуранан балаларға һабаҡ биргән. 2016-2020 йылдарҙа Сибай гимназия-интернатында музыка, физкультура уҡытыусыһы, хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләгән.

29 июндән ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина директор булып эшләй. Дилә Урал ҡыҙы 1988 йылда тыуған. 2014-2021 йылдарҙа 1-се мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булған.

Күреүегеҙсә, Сибай ҡалаһы мәктәптәре директорҙары йәшәрә. Йәш быуынға сифатлы белем, тәрбиә биреү эшендә етәкселәргә тик уңыштар теләйбеҙ!

#образование#школы#директора

Автор:Гульдар Кадаева