Бөтә яңылыҡтар

ҠАРЛУҒАСТАР ОСОР МӘЛ ЕТТЕ

Сығарылыш класс уҡыусыларына тормоштоң иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ осоро—бала саҡ менән хушлашыу мәле етте. Тиҙҙән күңелдәргә ғүмерлеккә һалынасаҡ моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла ҡыңғырау сыңы сыңлаясаҡ. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә һәр мәктәп үҙ ҡарлуғастарын—уҡыусыларын оло донъя киңлектәренә осора.

Сығарылыш класс уҡыусыларына тормоштоң иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ осоро—бала саҡ менән хушлашыу мәле етте. Тиҙҙән күңелдәргә ғүмерлеккә һалынасаҡ моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла ҡыңғырау сыңы сыңлаясаҡ. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә һәр мәктәп үҙ ҡарлуғастарын—уҡыусыларын оло донъя киңлектәренә осора.

Сибай ҡалаһы 1-се урта мәктәбенең иң әүҙем уҡыусылары Вадим Сәфәрғәлиев менән Ксения Гуднова (фотола) киләсәккә ҙур пландар ҡорған. Вадим мәктәпте тамамлағас, хәрби йүнәлештә һөнәр һайларға уйлаһа, Ксения ижадты үҙ иткән. Әлеге көндә йәштәр алда көтөлгән Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү менән мәшғүл.

—Быйыл беҙҙең мәктәптә 11-се класты—37, 9-сы класты 76 уҡыусы тамамлай. Уларҙың һәр береһе беҙҙең өсөн яҡын, ҡарлуғастай осор мәлдәре етһә, үтә лә моңһоу. Уҡыусыларҙы алда Берҙәм дәүләт имтиханы көтә. Уларға ныҡлы әҙерләнеүҙәрен, оптимистик ҡарашта булыуҙарын теләйем. Һәр уҡыусы үҙе һайлаған йүнәлештә имтихан бирә алһын өсөн, айырым фәнде дәрестә өйрәнеүҙән тыш, быйыл институт белгестәрен дә йәлеп иттек. Улар өҫтәмә дәрестәр уҙғарҙы. Беҙҙең уҡыусылар уҙған йылдарҙа юридик һәм иҡтисад йүнәлештәренән китһә, быйыл инженерия, медицина өлкәһен һайларға теләүселәр байтаҡ. Өҫтәп шуны әйткем килә: имтихан балдары, бәлки, барыһын да ҡәнәғәтләндермәҫ. Яҡшы баһа, әлбиттә, бик мөһим. Тормошта был баһаһыҙ ҙа йәшәп була, шуға күрә һынау һөҙөмтәләре өсөн бер ҙә борсолмаһындар ине. Уҡыусыларыбыҙҙың һәр береһенә тормошта үҙ юлдарын табыуын, тормошта яҡшы кеше булып ҡалыуҙарын, илебеҙҙең патриоттары булып, киләсәк өсөн ең һыҙғанып эшләүҙәрен, ижад итеүҙәрен, ғаилә бәхете кисереүҙәрен һәм, иң мөһиме, һау булыуҙарын теләйем,—тине мәктәп директоры Рушан Нурмөхәмәт улы Дияров.

Тиҙҙән сығарылыш уҡыусылары ҙур тормошҡа аяҡ баҫып, уҡыу йорттарына инеү өсөн һынау тотасаҡ. Уларҙың барыһына ла именлек, уңыштар һәм бар хыялдарының тормошҡа ашыуҙарын теләйбеҙ!