Бөтә яңылыҡтар

ҠАРШЫ АЛ БЕҘҘЕ, АРТЕК!

Бөгөн практик әҙерлек үтеү маҡсатында Ҡырымға педагогика һәм тәбиғи-математика факультетынан бер төркөм студенттар бара.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты “Артек” Бөтә донъя балалар үҙәге менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Быйыл да уҡыу йорто һәм үҙәк араһында өс йылға хеҙмәттәшлек буйынса килешеү төҙөлгән. Бөгөн практик әҙерлек үтеү маҡсатында Ҡырымға педагогика һәм тәбиғи-математика факультетынан бер төркөм студенттар бара. Улар -Айһылыу Араҡаева, Камила Билалова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Лиана Мөхәрләмова, Валерия Сухорук, Дания Фәйзуллина, Вилена Аҡназарова һәм Елена Сидоркина. Әйткәндәй, Елена менән Вилена "Артек"ка тәүге тапҡыр ғына бармай.

"Артек"ка барыусылар төркөмө кураторы Лилиә Фәйзуллина белдереүенсә, әҙерлек бер ай алдан башланған, студенттар тулыһынса сессияны япҡан, кәрәкле документтар тупланған, билет алынған, бараһы яҡ менән алдан килешеү төҙөлгән. Ҡырымда төрлө илдән килгән балаларға вожатый булып барыусы студент ҡыҙҙарға Сибай институты директоры Илдар Хәмитов аҡ юл теләне, ижади эшләүҙәренә ышаныс белдерҙе.
Читайте нас: