Бөтә яңылыҡтар

Уҡыу йорттарында бюджет урындары тағы ла артасаҡ

Дәүләт думаһының мәғариф комитеты рәйесенең урынбаҫары Максим Зайцев юғары уҡыу йорттарында 35 йәшкәсә граждандарға бюджет урындарҙа уҡыу мөмкинлеген булдырыу тураһында закон проекты әҙерләне.

2020 йылдың декабрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин “35 йәшкә тиклемге граждандарҙы йәштәр тип һанау” законына ҡул ҡуйғайны. Документҡа ярашлы йәштәргә тейешле барлыҡ дәүләт ярҙамдарының да ваҡыты оҙоная.
Дәүләт думаһының мәғариф комитеты рәйесенең урынбаҫары Максим Зайцев юғары уҡыу йорттарында 35 йәшкәсә граждандарға бюджет урындарҙа уҡыу мөмкинлеге булдырыу тураһында закон проекты әҙерләне. “Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән" Федераль законында билдәләүенсә, һәр 10 мең урынға 800 бюджет урыны федераль бюджеттан финанслана. Тик һаман да бюджет урында уҡыу мөмкинлеге 17 йәштән 30 йәшкәсә тип билдәләнгән. Был закон проекты 13 апрелдә Дәүләт Думаһына индерелде.
#ВВПУТИН
Читайте нас: