Бөтә яңылыҡтар

«Йәш профессионалдар» чемпионатына әҙерлек башланды

12 апрелдә Башкортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) чемпионатында ҡатнашасаҡ республика йыйылма командаһы менән осрашты.

12 апрелдә Башкортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) чемпионатында ҡатнашасаҡ республика йыйылма командаһы менән осрашты.
- Чемпионат эшсе һөнәренең абруйын күтәреү, сифатлы профессиональ белем биреү мөмкинлеге булдырыу, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн бик мөһим. Бөгөн был залда хеҙмәт яратҡан балалар йыйылған. Улар республикабыҙҙың, ғөмүмән, илебеҙҙең киләсәге. Барыбыҙ ҙа чемпионаттың башланыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Уны яҡшы ойоштороу беҙҙең ҡулда булһа, Башҡортостандың йәш профессионалдары еңеү яулап, WorldSkills Russia чемпионатының рейтингында республика иң юғары баҫҡысҡа күтәрелергә тейеш.
«Йәш профессионалдар» эшсе кадрҙар һәм һөнәри үҫеш агентлығы берләшмәһенең генераль директоры Роберт Уразов чемпионатта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне, финалға тиклем эксперттар менән тығыҙ бәйләнештә булып, ныҡлы әҙерләнеүҙәрен һораны.
Әйткәндәй, чемпионаттың финалы Өфөлә 21-25 июлдә үтәсәк.