АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күңелле каникулдар

30 мартта Сибай ҡалаһы технопаркында супергеройҙар аҙналығы башланды. Каникулдарын файҙалы һәм күңелле уҙғарырға теләгән балалар был аҙналыҡ сиктәрендә төрлө сараларҙа ҡатнаша ала.

30 мартта Сибай ҡалаһы технопаркында супергеройҙар аҙналығы башланды. Каникулдарын файҙалы һәм күңелле уҙғарырға теләгән балалар был аҙналыҡ сиктәрендә төрлө сараларҙа ҡатнаша ала.
Аҙналыҡтың беренсе сараһында балалар өсөн Кибер хәүефһеҙлек дәресе уҙғарылды. Бында улар интернет селтәрендә үҙҙәрен дөрөҫ тоторға, смартфондарҙы төрлө вирустарҙан һәм спамдарҙан һаҡларға өйрәнде. Сара аҙағында ошо темаға квиз-уйын уйнанылар.