АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Аҡыллы каникулдар”

Уҡытыусылар командаһы балаларҙы фән донъяһы менән яҡындан таныштырыу, ғалимдар менән аралашыу мөмкинлеге булдырыу өсөн “Аҡыллы каникулдар” программаһын әҙерләне.

Хәйбулла районының мәғариф идаралығы Бөтә Рәсәй олимпиадаларының муниципаль һәм республика этаптарында ҡатнашҡан һәләтле балалар өсөн Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбендә «Алга» уҡыу-күнекмә сборы ойошторҙо.
Уҡытыусылар командаһы балаларҙы фән донъяһы менән яҡындан таныштырыу, ғалимдар менән аралашыу мөмкинлеге булдырыу өсөн “Аҡыллы каникулдар” программаһын әҙерләне. Бында уҡыусылар интенсив-семинарҙарҙа ҡатнашып үҙ һәләттәрен дә күрһәтә ала. 29 мартта уҡыусылар Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы дәүләт тарихы һәм идара итеү институтының «Хәрби-тарихи тикшеренеү» фәнни-мәғариф үҙәге директоры, тарих фәндәре кандидаты, доцент Рәмил Нәсибулла улы Рәхимов менән онлайн форматта осрашты.
Программа буйынса 2-се апрелгә тиклем юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән осрашыуҙар, интеллектуаль квестар, онлайн осрашыуҙар уҙғарыласаҡ.