Бөтә яңылыҡтар

Йәш сәсәндәр майҙан тотто

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ҡомартҡыһын һаҡлау, балаларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тел оҫталыҡтарын арттырыу кеүек маҡсаттар ҡуйылған йәш сәсәндәр конкурсы Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә үтте. Унда йөҙгә яҡын уҡыусы ҡатнашып, эпос юлдарын тасури һөйләп, үҙҙәренең ысын сәхнә оҫтаһы итеп күрһәтергә тырышты. Улар араһында талантлы нәфис һүҙ оҫталары, йәш сәсәндәр күп булыуы һоҡландыҙы. Бәләкәй генә малай һәм ҡыҙҙарҙың эпостың йөҙәр һәм унан да күп юлдар белеүе үҙе бер ғорурлыҡ.

Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының милләт булып тупланыуында, формалашыуында төп тәғлимәттәрҙең иң әһәмиәтлеһе. Бөгөн беҙ был тәғлимәттәргә яңынан әйләнеп ҡайтабыҙ, сөнки улар беҙҙең булмышыбыҙҙа, ҡаныбыҙҙа. Был тәғлимәттәрҙең быуаттар элек бөйөк эпоста әйтелгәнлеген, йәшәйешебеҙҙә ошо һабаҡтарҙың файҙаланылғанын иҫебеҙгә төшөрөп, ҡиммәтле аҡылды йәшәү асылы итеп алауыбыҙ ҡыуаныслы.
Сибай ҡалаһында мәктәп уҡыусылары араһында йәш сәсәндәр һәм “Урал –батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһен юғары кимәлдә ойоштороуға ҡала хакимиәтенең мәғариф, мәҙәниәт идаралыҡтары етәкселеге ҙур көс һала.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ҡомартҡыһын һаҡлау, балаларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тел оҫталыҡтарын арттырыу кеүек маҡсаттар ҡуйылған быйылғы сара Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә үтте. Унда йөҙгә яҡын уҡыусы ҡатнашып, эпос юлдарын тасури һөйләп, үҙҙәренең ысын сәхнә оҫтаһы итеп күрһәтергә тырышты. Улар араһында талантлы нәфис һүҙ оҫталары, йәш сәсәндәр күп булыуы һоҡландыҙы. Бәләкәй генә малай һәм ҡыҙҙарҙың эпостың йөҙәр һәм унан да күп юлдар белеүе үҙе бер ғорурлыҡ.
“Ирәндек” лицейы уҡыусыһы Камила Абдуллина был конкурста балалар баҡсаһына йөрөгәндән алып бик теләп ҡатнаша. Быйыл тырыш ҡыҙ маҡсатына ирешеп, жюри ағзалары тарафынан юғары баһаға эйә булды.
Конкурста шулай уҡ 9-сы лицейҙан Камила Әбүбәкирова, гимназиянан Азалия Ҡаһарманова гран-при яуланы.
«Урал батыр» эпосы боронғо башҡорттарҙың мифологик һәм әхлаҡи-этик күҙаллауҙарына нигеҙләнгән . Ғалимдарҙың күбеһе уны башҡорт халҡының героик эпостары системаһында иң боронғо сығанаҡ тип һанай. Күп әҫәрҙәр «Урал батыр» эпосының әҙәби-эпик дауамы булып тора. Мәҫәлән, «Аҡбуҙат» һәм «Бабсаҡ менән Күсәк» эпостары, «Урал батыр» эпосының сюжет линияһын дауам итеп, башҡорт эпик әҫәрҙәренең берҙәм циклын барлыҡҡа килтерә.
Мосолмандар өсөн Ҡөрьән китабы ни тиклем, әһәмиәтле, ҡәҙерле булһа, башҡорт халҡы өсөн “Урал Батыр” эпосы шул тиклем кәрәкле хазина.