АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сибайға йәш белгестәр ҡайта

24 мартта Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Г.А. Ишемғолова, Сибай ҡала дауаханаһының баш табибы Р.Б. Нәҙерғолов Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашты.

24 мартта Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Г.А. Ишемғолова, Сибай ҡала дауаханаһының баш табибы Р.Б. Нәҙерғолов Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашты. Осрашыу барышында миниципалитет ниндәй белгестәргә мохтажлыҡ кисереүе, йәш белгестәргә ҡала хакимиәте тарафынан күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләштеләр.
Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт медицина университетында Сибай ҡалаһынан 69 студент белем ала, уларҙың 46-һы маҡсатлы килешеү буйынса уҡый. Тимәк тиҙҙән йәш белгестәр табиптартар рәтен тулыландырасаҡ.