Беҙҙекеләр һынатмай!

Олимпиаданың интерактив ярышында Башҡортостан Республикаһының урта белем биреү, һөнәри белем биреү учреждениеларынан 93 уҡыусы көс һынашты. Дистанцион турҙан финалға барлығы 6 уҡыусы ғына үтә алды. Шуныһы ҡыуаныслы, дүрт финалист- Сибай педагогия колледжы студенттары.

Сибай педагогия колледжы студенттары Б.Н. Ельцин исемендәге Президент китапханаһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан төбәк үҙәгендә үткәрелгән «Рәсәй электрон донъяла» Бөтә Рәсәй тарих олимпиадаһының финалында ҡатнашты.
Олимпиаданың интерактив ярышында Башҡортостан Республикаһының урта белем биреү, һөнәри белем биреү учреждениеларынан 93 уҡыусы көс һынашты. Дистанцион турҙан финалға барлығы 6 уҡыусы ғына үтә алды. Шуныһы ҡыуаныслы, дүрт финалист- Сибай педагогия колледжы студенттары.
Өфөлә уҙғарылған турға барыусы Эмиль Ғиззәтуллин, Никита Тротно, Таһир Сараевтар олимпиадала үҙҙәренең тарих фәне буйынса туплаған белемдәрен ҡулланып эссе яҙҙылар, тарихи ваҡиғаларҙы баһаланылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Тарих уҡытыусыһы Земфира Айҙар ҡыҙы Смакова билдәләүенсә, балаларҙың барыһы ла тарих менән ныҡлы ҡыҙыҡһына, олимпиадала ла ҙур теләк менән ҡатнашҡандар. Дистанцион рәүештә уҙғарылған ике турҙа ла иң күп бал йыйып, финалға сыға алғандар. Быларҙың барыһы ла студенттарҙың тарих фәнен ныҡлы өйрәнеүен генә түгел, фекерләү даирәһенең киңлеген, уларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын иҫбат итә.
Был олимпиаданы Президент китапханаһы мәғариф проекты булараҡ 10 йыл дауамында уҙғарып килә. 2013 йылдан башлап олимпиаданы Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығы мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн уҙғарылған олимпиадалар исемлегенә индергән.
Читайте нас