Фән үренә тырыштар ғына етә

Сибай гимназия-интернаты уҡыусылары Айгизә Әбдисова, Римма Әхмәҙуллина, Регина Насырова Мәскәүҙә Д.И.Менделеев исемен мәңгеләштереүгә арналған, Фән һәм технологиялар йылы сиктәрендә ойошторолған Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсында уңышлы сығыш яһаны.Дауамын сайттан уҡығыҙ.

Сибай гимназия-интернаты уҡыусылары Айгизә Әбдисова, Римма Әхмәҙуллина, Регина Насырова Мәскәүҙә Д.И.Менделеев исемен мәңгеләштереүгә арналған, Фән һәм технологиялар йылы сиктәрендә ойошторолған Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсында уңышлы сығыш яһаны. Һайлап алыу турын үткәс ҡыҙҙар жюри алдында үҙ эштәрен онлайн рәүештә яҡланы. Һөҙөмтәлә Айгизә ( ғилми етәксеһе Платонова Н.Х.) конкурстың беренсе урынына лайыҡ булды. Римма ( ғилми етәксеһе Янышев А.Р.) 3-сө урынға сыҡты. Регина (ғилми етәксеһе Байсыуаҡова Р.Ф.) финалист дипломы менән бүләкләнде.
Афарин, ҡыҙҙар!
#Нацпроекты#миллипроекттар
#наука
Читайте нас