“Тәнәфестә тешеңде дауала”

Сибай ҡалаһы уҡыусыларының ата-әсәләре хәҙер балаларына шулай итеп кенә бойороҡ бирә. “Ҡанатлан!” республика мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу”, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттарына ярашлы ҡалабыҙҙың өс белем биреү усағында стоматология кабинеттары барлыҡҡа килде.

Сибай ҡалаһы уҡыусыларының ата-әсәләре хәҙер балаларына шулай итеп кенә бойороҡ бирә. “Ҡанатлан!” республика мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу”, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттарына ярашлы ҡалабыҙҙың өс белем биреү усағында стоматология кабинеттары барлыҡҡа килде. Теш дауалау кабинеттары заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, яҡты һәм иркен. Уҡыусылар тештәре ауыртыуҙы тойоу менән табиптарға йүгерә. Бының өсөн поликлиника юлын тапарға кәрәкмәй. Белгестәр балаларҙы ихлас ҡабул итә, кариесты дауалай, профилактик тикшереү уҙғара, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы ҡағиҙәләрен иҫкәртә.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас