АТАЙСАЛ
+27 °С
Облачно
Антитеррор

Психологҡа йөҙ һорау

16 мартта Сибай педагогия колледжында педагогика һәм психология аҙналығы сиктәрендә педагог З.Р. Йәнбәкова етәкселегендә “Психологҡа йөҙ һорау” тип исемләнгән һорау-яуап форматында ҡыҙыҡлы сара ойошторолдо.

16 мартта Сибай педагогия колледжында педагог З.Р. Йәнбәкова етәкселегендә “Психологҡа йөҙ һорау” тип исемләнгән һорау-яуап форматында ҡыҙыҡлы сара ойошторолдо. Педагогика һәм психология аҙналығы сиктәрендә ойошторолған сарала Сибай ҡалаһының билдәле психологы Р.А. Микрюкова, һәм уҡыу йортоноң дүртенсе курс студенттары ҡатнашты.
Замана балалары осраған ауырлыҡтарға тиҙ бирешеп, депрессияға һалыныусан. Шуға күрә колледжда үткәрелгән был сара уҡыуҙы тамамлап ҡулдарына диплом алғас, эшкә урынлашҡанда осраясаҡ ауырлыҡтарға байҡау яһау, етәкселәр менән дөрөҫ һөйләшеү, студенттарҙа киләсәккә оптимистик кәйеф тәрбиәләү, аралашыуҙың төрҙәрен өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.
Рина Александровна студенттар биргән һорауҙарҙы иғтибар менән тыңланы, уларға яуап бирҙе. Тормошта булған төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдарын күрһәтте. Осрашыу сараһы тамамланғас, психолог студенттарҙың һәр ҡайһыһы менән шәхсән һөйләште, кәңәштәр бирҙе.
Читайте нас