Сибайҙа уҡытыусылар араһында конкурс үтте. Еңеүселәр билдәләнде. Үҙ йүнәлештәрендәге еңеүселәр--Миләүшә Хәмитова, Гөлнара Ибраһимова, Алексей Кириков 10-21 мартта Өфөлә уҙасаҡ “Йыл уҡытыусыһы-2021” республика конкурсында ҡалабыҙ намыҫын яҡлаясаҡ. Педагогтарға республика күләмендә лә еңеүҙәр яулап, Рәсәй кимәлендәге конкурсҡа сығыуҙарын теләйбеҙ.