Бөтә яңылыҡтар

«Башҡорт баҡыры» эшкә саҡыра!

«Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек программаһы сиктәрендә Аҡъяр тау колледжы студенттары менән осрашты.

«Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек программаһы сиктәрендә Аҡъяр тау колледжы студенттары менән осрашты.
Сарала энергетика һәм маркшейдер эше бүлеге етәкселәре, кадрҙар бүлеге белгестәре, Екатеринбург ҡалаһындағы УГМК техник университеты уҡытыусылары һәм студенттары ҡатнашты. Белгестәр студенттарға артабан белем алыуҙы дауам итеү, йәмғиәткә эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне.