АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Төбәккә уҡытыусылар кәрәк!”

Сығарылыш студенттары үҙҙәрен хеҙмәт баҙарында компетентлы һәм шәп белгес итеп күрһәтә алһындар өсөн Сибай педагогия колледжында ниндәй эштәр башҡарыла?Тулыраҡ сайтта

Сибай педагогия колледжында уҡыу йорто уҡытыусылары С.Х. Мәмбәтҡолова и Ф.Я. Байрамғолова етәкселегәндә “Сығарылыш студенттарына профессиональ компетенцияны формалаштырыу буйынса заманса тенденциялар” тип исемләнгән ҙур форум уҙҙы. Сарала Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, колледждың мәктәп бүлегенең сығарылыш студенттары ҡатнашты.
Директор И.С. Хәмитов билдәләүенсә, төбәктә башланғыс кластар, математика, рус теле буйынса уҡытыусылар етешмәй. Шуның өсөн уҡыу йортонда өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе - ошо һөнәрҙәр буйынса профессиональ әҙерләү уҙғарыу. Тимәк һәр сығарылыш студенты төп диплом менән бергә башҡа һөнәргә лә әҙерлек курсы үтә ала. Илдар Сәлихйән улы форумда ҡатнашыусыларҙы коллективтың төп эш йүнәлештәре менән таныштырҙы, сығарылыш студенттары хеҙмәт баҙарында компетентлы һәм шәп белгес итеп күрһәтә алһындар өсөн колледжда башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Сара аҙағында ҡунаҡтар буласаҡ уҡытыусыларҙың сығыштарын тыңланы.
Әйткәндәй, быйыл уҡыу йортон 12 математика уҡытыусыһы тамамлаясаҡ.
Читайте нас: