Башҡорт дәүләт университеты Республика кимәлендә 9-10-сы класс уҡыусылары, махсус урта уҡыу йорттары студенттары араһында башҡорт теле буйынса олимпиада үткәрҙе. Олимпиадала бөтәһе 840 кеше ҡатнашты. Бик күп ҡатнашыусылар араһынан Сибай педагогия колледжының мәктәп бүлеге студенттары үҙҙәрен һынатманы, призлы урындар яуланы. 3- сө курс студенттары Ғәләүетдинова Рәзилә, Ҡадаева Алтынай, Теүәлбаева Гөлфинә, Яныбаева Миңлегөл һәм 1-се курс студенттары Баязитова Асия, Валиева Гөлдәриә,Уйылданова Айгөл 3-сө дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды.