Бөтә яңылыҡтар

Яуаплы эштәрҙе ышанып тапшыралар

“Дөйөм төҙөлөш оҫтаһы”, “Төҙөлөш һәм биҙәү оҫтаһы”, “Электр селтәрен һәм ҡоролмаларын монтажлаусы”, “Иретеп йәбештереүсе” бүлеге студенттары «ГрандСтройИндустрия» төҙөлөш ойошмаһы менән килешеү нигеҙендә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп төҙөлөшөнә сираттағы практикаға ебәрелде.

Студент тормошоноң иң ҡыҙыҡлы осоро– практика ваҡыты тиһәк һис тә яңылышмаҫбыҙ. Яуаплы ойошмала үҙеңде тәжрибәле, үҙ эшеңдең асылын аңлаған, хеҙмәттә ҡуллана белгән белгес итеп күрһәтә алһаң, киләсәктә эш урыны билдәләнде, тигән һүҙ. Бөгөнгө көндә иҡтисад баҙары эшсе һөнәренә ҡытлыҡ кисерә, шуға күрә лә Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттарын төҙөлөш ойошмалары практикаға ҙур теләк менән ҡабул итә.
“Дөйөм төҙөлөш оҫтаһы”, “Төҙөлөш һәм биҙәү оҫтаһы”, “Электр селтәрен һәм ҡоролмаларын монтажлаусы”, “Иретеп йәбештереүсе” бүлеге студенттары «ГрандСтройИндустрия» төҙөлөш ойошмаһы менән килешеү нигеҙендә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп төҙөлөшөнә сираттағы практикаға ебәрелде. Ауылдың иң ҙур объекттарының береһе булған–мәктәпкә нигеҙ һалыуҙа ҡатнашып, тарихта эҙ ҡалдырыу студенттар өсөн ҡыуаныслы булһа, теоретик белемдәрен практикала ҡулланып, тәжрибәле туплау, төҙөлөш серҙәренә өйрәнеү өсөн был объектта эшләү бик мөһим.
Бөгөнгө көндә бында төҙөлөш эштәре әүҙем бара. Иҫке мәктәпте һүтеү тамамланған, яңыһына нигеҙ һалыу өсөн конструкция йыйыуҙа студенттар әүҙем ҡатнаша. Етәкселәр уларҙың хеҙмәтен юғары баһаланы, яуаплы эштәрҙе ышанып тапшыралар.
Читайте нас: