Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Октябрь 2020, 11:00

Уҡытыусылар белемдәрен арттырҙы

“Мәғариф” милли проектына ярашлы Сибай ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары белемен камиллаштырҙы. Педагогтарҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Луиза Кирәева уҡытты."Федераль белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу" тип аталған курстарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа цифрлы белем биреү ресурстары менән таныштылар. Шулай уҡ төрлө платформалар һәм сервистарҙы ҡулланыу методикаһын өйрәнделәр.

“Мәғариф” милли проектына ярашлы Сибай ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары белемен камиллаштырҙы. Педагогтарҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Луиза Кирәева уҡытты."Федераль белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу" тип аталған курстарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа цифрлы белем биреү ресурстары менән таныштылар. Шулай уҡ төрлө платформалар һәм сервистарҙы ҡулланыу методикаһын өйрәнделәр.Цифрлы белем биреү тигәндә, ғәҙәттә күҙ алдына мобиль ҡушымталар килеп баҫа. Һөйөнөскә телебеҙҙе һәм әҙәбиәтебеҙҙе өйрәнеүгә йүнәлтелгән ҡушымталар ҙа бар. "Башҡорт әкиәттәре" ("Башкирские сказки"), "Урал батыр", "Әлләсе" уйынының мобиль версияһы, "Сәләм" башҡорт теле һөйләш һүҙлеге, "IQ Балабаш" мобиль уйыны һәм башҡалар телде өйрәнеүҙе күпкә еңеләйтә һәм ҡыҙыҡлыраҡ итә.Мәҫәлән, "Сәләм" мобиль ҡушымтаһы - башҡортса һөйләшеү һүҙлегендә төрлө оҡшаш хәлдәргә ҡараған 1500-ҙән ашау һүҙ һәм фразалар рус һәм башҡорт телдәрендә бирелгән, һәр теманы башҡортса тыңларға, һүҙҙәрҙе, фразаларҙы тәкдим ителгән функциялар ярҙамында үҙләштерергә һәм хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итә. Әйткәндәй, был ҡушымтала барлығы 15 меңдән ашыу һүҙ тупланған.Ә барыбыҙға ла билдәле булған "Алиас" уйынының хәҙер башҡортса версияһы ла бар. Ул "Әлләсе" тип тәржемә ителеп, уҡытыусыларға дәрестәрҙә ҡулланырға тәҡдим ителгән. "Әлләсе" - ижади фекерләүҙе, логиканы, риториканы үҫтерә һәм башкорт телен өйрәнеүҙә ярҙам итә.Яңы ғына эшләнгән "BashWord" ҡушымтаһы башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн тәгәйенләнгән. Ул 117 дәрестән, 39 бүлектән һәм 1,5 мең һүҙҙән тора. Был һүҙҙәр мультиинструменталист Заһир Зәйнетдин тарафынан яҙҙырылған. Шулай итеп, телебеҙҙе өйрәнеү күңелле лә, файҙалы ла булмаҡсы.
#нацпроекты#миллипроекттар