Бөтә яңылыҡтар

Йәш шайморатовсылар тәбрикләнде!

Бөгөн 7-се класс уҡыусыларын тантаналы рәүештә шайморатовсылар рәтенә алдылар.

Бөгөн Өфө ҡалаһындағы 44-се һәм 162-се “Смарт” полилингваль мәктәптәрендә, Р. Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында белем алған өс VII класс уҡыусыларын шайморатовсылар рәтенә бағышлау тантанаһы үтте.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды. Шулай уҡ был белем усаҡтарында легендар комдивҡа арналған бүлмә-музейҙар эшләнәсәк.
Шайморатов исемендәге класта белем алған уҡыусылар өсөн берҙәм мәктәп формаһы булдырылды, улар араһынан иң яҡшыларҙы “Йәш шайморатовсы” билдәһе менән бүләкләү ҙә ҡаралған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларға ихлас теләктәр менән мөрәжәғәт итте.
– Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән кластарҙа уҡыясаҡһығыҙ. Ошоноң менән беҙ халҡыбыҙ ҡаһарманы хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереүҙе дауам итәбеҙ. Һеҙҙе үҙенсәлекле дәрестәр көтә: атта һыбай йөрөү, уҡ атыу, йөҙөү, башланғыс хәрби әҙерлек. Улар физик көсөгөҙҙө, холҡоғоҙҙо һәм тәү сиратта рухығыҙҙы нығытасаҡ.
Ҡәҙерле балалар, һеҙ бөгөн бөтә уҡыусылар араһынан иң тәүге шайморатовсылар буласаҡһығыҙ, ышанығыҙ: был – бик абруйлы һәм яуаплы. Иңегеҙгә легендар комдивтың рухына лайыҡлы, туған Башҡортостаныбыҙҙың һәм Рәсәйҙең ысын патриоттары булыу бурысы һалына. Шайморатовсы формаһын ғорур кейеп йөрөгөҙ, “Салауат вариҫтары сигенә белмәй” саҡырыуына һәр саҡ тоғро булығыҙ, быны эштәрегеҙ менән раҫлағыҙ, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса, һәр ваҡыт алға барығыҙ! – тине Радий Хәбиров.
Йәш шайморатовсылар алдында Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең М. Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге 29-сы Өфө отряды командиры урынбаҫары Ирек Ғәниев, ошо отрядтың штурмлау бүлексәһе уҡсы-санитары, Шайморатов ордены кавалеры Вадим Сафин тәбрикләне.

автор: Гөлдәр Яҡшығолова.