АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Чемпионаттың финалы Өфөлә уҙасаҡ

3 меңгә яҡын конкурсант ҡатнашҡан WorldSkills Russia халыҡ-ара чемпионаты 2020 йылда Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла киң масштаблы сараларҙың береһе булды.

21 сентябрҙә Мәскәүҙә VIII «Йәш профессионалдар» (WorldSkillsRussia) халыҡ-ара чемпионатына йомғаҡ яһалды.
Чемпионат 2020 йылдың 6 сентябренән 21-нә тиклем бөтә ил буйынса урындарҙа һәм дистанцион форматта уҙғарылды. Коронавирус пандемияһы шарттарында Рәсәй башҡа илдәр араһында беренселәрҙән булып был сараны уҙғарыуҙа һәм конкурсанттарҙың эшен баһалауҙа яңы технологиялар булдырып практикала ҡулланды.
3 меңгә яҡын конкурсант ҡатнашҡан WorldSkills Russia халыҡ-ара чемпионаты 2020 йылда Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла киң масштаблы сараларҙың береһе булды. Ҡатнашыусылар араһында 1 меңгә яҡын юниор һәм сит ил конкурсанттары ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Эксперттар берләшмәһен 700-ҙән ашыу кеше тәшкил итте.
Сарала флагты киләһе чемпионатты үткәреүсе төбәккә - Башҡортостанға тапшырыу тантанаһы ла үткәрелде. Уны төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡабул итте.
«Бөгөнгө тантана матур байрам ғына түгел, ә эшсе һөнәренең абруйын арттырыуға, һөнәри белем биреү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән мөһим сара. Барығыҙҙы ла киләһе чемпионатҡа ҡунаҡсыл Башҡортостанда көтөп ҡалабыҙ,» - тине Радий Фәрит улы.