Бөтә яңылыҡтар

Һөнәри оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла

Дәрестә уҡыусылар ҡунаҡхана бизнесы нигеҙҙәрен өйрәнде, шулай уҡ бүлмәләргә ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу, номерҙар билдәләү администраторы хеҙмәтендә үҙҙәрен һынап ҡараны.

3 сентябрҙә башланған “Киләсәккә билет” һөнәрҙәр фестивале ҙур популярлыҡ яулап та өлгөрҙө. Был комплекслы профориентация сараһында уҡыусылар урындағы һөнәри оҫталыҡ, йә онлайн форматтағы try-a-skill дәрестәрендә ҡатнаша ала. Бынан тыш майҙансыҡтарға үҙҙәре килеп, теләгән һөнәрҙә үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлеге булдырылды.
Был юҫыҡта Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында ойошторолған майҙансыҡтар әүҙем эшләй. “Ҡунаҡхананы администрациялау” компетенцияһы майҙансығының координаторы Айгөл Сәлимйән ҡыҙы Сөләймәнова Сибай ҡала гимназияһында 6-сы һәм 10-сы кластар өсөн һөнәри оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Дәрестә уҡыусылар ҡунаҡхана бизнесы нигеҙҙәрен өйрәнде, шулай уҡ бүлмәләргә ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу, номерҙар билдәләү администраторы хеҙмәтендә үҙҙәрен һынап ҡараны.
Бындай практик саралар уҡыусыларға һөнәрҙе аңлап, өйрәнеп һайларға ярҙам итәсәк.