Бөтә яңылыҡтар

“КИЛӘСӘККӘ БИЛЕТ” ОТ!

Уҡыусылар өсөн проектта ҡатнашыу бушлай, ҡулланыу өсөн материалдар менән сараның операторы булған “Йәш профессионалдар” союзы тәьмин итә.

Балаларҙың профессиональ кимәлен билдәләү өсөн Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы һәм Стратегик инициативалар агентлығы ярҙамы менән булдырылған “Киләсәккә билет” проектына Сибай ҡалаһы уҡыу йорттары актив рәүештә ҡушылды. Бының өсөн Сибай төҙөлөш һәм сервис, педагогия колледждарында һәм Балалар ижады үҙәгендә бөтәһе дүрт майҙансыҡ булдырылды. Уҡыусылар өсөн проектта ҡатнашыу бушлай, ҡулланыу өсөн материалдар менән сараның операторы булған “Йәш профессионалдар” союзы тәьмин итә.
Баймаҡ ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш класы уҡыусыһы Илүзә Ярҡынбаева “Киләсәккә билет” проекты буйынса профессиональ һайлау үтеп быйыл Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжының Тегеү әйберҙәрен моделләштереү һәм конструкторлау бүлегенә уҡырға ингән.
—Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тип оҙаҡ уйланым. Был проект-та Ҡунаҡхана сервисы һәм Мода технологияһы компетенцияларында үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ. Миңә тегенсе-модельер һөнәре оҡшаны. Сөнки тегеү машинаһы артына ултырғас та, күҙ алдыма ниндәйҙер әйберҙәр образы барлыҡҡа килде. Бында тәжрибәле педагогтар етәкселегендә үҙебеҙ теләгән әйберҙәрҙе тегеп ҡараныҡ, һәм шунда уҡ артабан уҡыуымды был колледжда дауам итәсәкмен тигән фекергә килдем, —ти Илүзә.
Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында урынлашҡан майҙансыҡта тәжрибәле уҡытыусылар А.С. Сөләймәнова, Э.И. Байбулатова, З.К. Биктина, Л.Р. Ҡасимғолова етәк-селегендә ҡунаҡхана сервисы серҙәре менән яҡындан танышыуҙан тыш үҙ ҡулдары менән кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тегеп, уларҙы заманса биҙәп ҡарау мөмкинлеген 300-гә яҡын уҡыусы файҙаланған.
Әйткәндәй, был проектта 15 ноябргә тиклем 6-11 класс уҡыусылары ҡушыла ала. Бөгөнгө көндә бөтә майҙансыҡтарҙа 600-гә яҡын бала ҡатнашып, үҙҙәренә киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайлауға кәңәштәр алып өлгөрҙө.
Мәктәп уҡыусылары үҙҙәре теләп ҡатнашҡан проекттар бик һирәк. Сибай ҡалаһында эшләгән майҙансыҡтарҙың, йәйге каникул ваҡытына ҡарамаҫтан, тулы булыуын күргәндән һуң бихисап мөмкинлектәр булдырған “Киләсәккә билет” проекты артабан да эшләүен дауам итеренә шик ҡалманы.