Бөтә яңылыҡтар

АТА-ӘСӘЛӘРҘӘН АҠСА ЙЫЙЫУ ТЫЙЫЛА!

Уҡыусыларҙың ата-әсәһенән мәктәп өсөн рециркуляторҙар, йәғни һауаны сафландырыу, таҙартыу әйбере һатып алыуға аҡса йыйырға ярамай. Нәҡ ошондай тәҡдим менән "Берҙәм Рәсәй" партияһы Мәғариф министрлығына хат әҙерләгән.

Уҡыусыларҙың ата-әсәһенән мәктәп өсөн рециркуляторҙар, йәғни һауаны сафландырыу, таҙартыу әйбере һатып алыуға аҡса йыйырға ярамай. Нәҡ ошондай тәҡдим менән "Берҙәм Рәсәй" партияһы Мәғариф министрлығына хат әҙерләгән. Был хаҡта партияның "Беҙҙең мәктәп" проекты координаторы Алена Аршинова хәбәр итә. Әйткәндәй, Роспотребнадзор уҡыу йылы башында уҡ белем усаҡтарына рецикуляторҙар урынлаштырырға ҡушҡайны.
- Роспотребнадзор талап иткән әйберҙе һәр төбәк бюджет иҫәбенә алһа яҡшыраҡ булыр. Мәғариф министрлығы ла беҙҙе хупланы. Мәктәптәрҙәге санитар нормаларҙы һәм талаптарҙы үтәү өсөн ата-әсәләрҙән аҡса йыйыуҙы булдырмаҫ кәрәк. Етмәһә ошондай ауыр мәлдә, - ти Алена Аршинова.
Координатор хәбәр итеүенсә, ата-әсәләр социаль селтәрҙә дәғүә белдерә лә башлаған. Тамбов, Владимир, Волгоград, Силәбе өлкәләрендә, Башҡортостан Республикаһында, Хабаровск крайында ата-әсәләрҙән 500-700 һум күләмендә "талап" иткәндәр ҙә инде.
- Мәғлүмәтте тикшерҙек. Ысынлап та шулай булған. Ҡабатлап әйтәм, быны эшләргә ярамай, тиҙ арала мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Рециркулятор һәм башҡа махсус ҡоролмалар бюджет аҡсаһына алынһын. Партия был тәңгәлдә күҙәтеү алып барасаҡ, - ти депутат.
Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Дмитрий Глушко билдәләүенсә, ата-әсәләрҙән ошо юҫыҡта мөрәжәғәт ведомствоның ҡыҙыу бәйләнешенә лә килгән.
- Һәр мәғлүмәтте урында тикшерәбеҙ. Яңы осраҡ асыҡланыу менән сара күреләсәк, - ти министр урынбаҫары.- Бер мәктәп тә был тәңгәлдәге мәсьәләне ата-әсә "иңенә" һалырға тейеш түгел.
Читайте нас: