АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

АҠ ЮЛ ҺЕҘГӘ, ҠЫҘҘАР, ЕГЕТТӘР!

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын быйыл 33 уҡыусы тамамланы.

Быйыл, коронавирус таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле, мәктәптәрҙә сәғарылыш кисәләре һуңлап үтте. шулай ҙа бошонманы уҡыусылар. Берҙәм дәүләт имтихандарына тырышып әҙерләнделәр, ышаныслы тапшырҙылар.
Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын быйыл 33 уҡыусы тамамланы.
Ҡыҙҙар-егеттәр мәктәптә уҡыған осорҙарын йылдар үтеү менән һағынырҙар, тик йылы хәтирәләр менән иҫләрҙәр. Уларҙы ла уҡытыусылары тик яҡшы яҡтан хәтергә төшөрөр. Шулай булмай ни?! Ғорурланырлыҡ уҡыусылар бит улар! Уҡыу алдынғылары Илсур Ғүмәров, Юлиә Хәмитова, Ынйы Аҡманова, Инйәр Йәғәфәров, Роза Ҡолмөхәмәтова, Айзилә Ғонсарова, Илсур Иҫәнбаев төрлө олипиадаларҙа, конкурстарҙа еңеү яулап мәктәп данын лайыҡлы яҡланы. Рухлы, әүҙем уҡыусы булараҡ һәр йәһәттән уҡытыусыларына ла, класташтарына ла терәк булған Динислам Ҡотошевты, Йәнгүзәл Ғирфанованы, Ләйсән Торопҡолованы, Эльвина Иҙелбаеваны әле күп йылдар башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырҙар.
33 уҡыусының һәр береһе хаҡында йылы һүҙ әйтергә булыр ине. Берәүҙәре теүәл фәндәрҙе үҙ итһә, икенселәре әҙәбиәткә ғашиҡ. Берәүҙәре тарих менән ҡыҙыҡһынһа, икенселәре спортты үҙ итә. Берәүҙәре бейергә яратһа, икенселәре йырға маһир. Эйе, талантһыҙ бала булмай ул! Һәр береһе үҙ һәләтен үҫтерер, кәрәкле юҫыҡта һөнәр алыр һәм республикабыҙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерер, тигән теләктәбеҙ.
Уҡытыусылары, класс етәкселәре Люциә Насыпова, Гөлнара Тимербулатова әйткән теләктәрҙе тоторҙар, ата-әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫтәр тип ышанабыҙ!
Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!