Башҡортостанда берҙәм мәктәп формаһы комплектының хаҡы яҡынса 4 мең һум тирәһе була.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республика мәктәптәренең күпселеге мәктәп формаһын ҡабул итте. Был турала Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, комплекттың хаҡы 4 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.
– Ата-әсәләргә баҫым яһарға ярамай. Бының сифатлы һәм матур форма икәнен аңлатырға кәрәк. Идея бик һәйбәт, мин уны хуплайым. Әйҙәгеҙ, экспериментты 2024 йылға тиклем оҙайтайыҡ, — тип тәҡдим итте республика Башлығы Радий Хәбиров.
#нацпроекты#миллипроекттар