Бөтә яңылыҡтар

“Мәғариф сәғәте” кәңәшмәһе үтте

1 июлдән ике меңдән ашыу балалар лагеры асылыуға әҙер. Ундағы хеҙмәткәрҙәр вахта ысулы менән ябыҡ режимда эшләйәсәк, шулай уҡ ата-әсәләр менән осрашыу көндәре ойошторолмаясаҡ.

5 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн-режимда сираттағы “Мәғариф сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе. Сара барышыда уҡыу йылының йомғаҡтары, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү кампанияһы яңылыҡтары һәм балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская дистанцион уҡыу өсөн интернет менән тәьмин итеү, яңы төҙөлгән биҫтәләрҙә мөғариф учреждениелары төҙөү, балалар баҡсаларының эшмәкәрлегендә килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү мәсьәләһен күтәреп сыҡты.
3 июлдән мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары башлана. Июль айында етди сәбәп менән һынау бирә алмаған уҡыусылар имтиханды августа тапшыра аласаҡ. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, барлыҡ БДИ тапшырыу пункттары санитар нормаларҙы иҫәптә тотоп ойошторолған. Мәктәп автобустары көнөнә ике тапҡыр антисептиктар менән эшкәртеләсәк. Сығарылыш кисәләре 27 июндә онлайн-форматта үтәсәк.
Июндең өсөнсө декадаһында юғары уҡыу йорттары документтар ҡабул итә башлай. Уҡырға инеү өсөн һынау августа үтәсәк. Тәү сиратта ташламаға эйә абитуриенттар ҡабул ителәсәк.
- 2020-2021 уҡыу йылына 11 меңдән ашыу бюджет урыны бүленгән. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 1073 урынға күберәк. Абитуриент менән ҡабул итеү комиссияһының аралашыуы тик онлайн режимда буласаҡ. Шәхсән килеп йөрөү талап ителмәй. Уҡырға инергә теләүселәр документтарын уҡыу йорттарына электрон формала ебәрә ала , - тине М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.
Республика Башлығы төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығына муниципалитеттар менән берлектә интернет селтәренә сыға алмаған ауыл уҡыусыларының документтарын тапшырыу эшендә ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны. Радий Фәрит улы юғары уҡыу йорттары тарафынан документтар ҡабул итеү тәртибе менән таныштырыу йәһәтенән киң аңлатыу эше алып барырға кәрәклеген дә иҫкәртте.
Артабан кәңәшмәлә балаларҙың йәйге ялы буйынса һорауҙар ҡаралды. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, 1 июлдән ике меңдән ашыу балалар лагеры асылыуға әҙер. Ундағы хеҙмәткәрҙәр вахта ысулы менән ябыҡ режимда эшләйәсәк, шулай уҡ ата-әсәләр менән осрашыу көндәре ойошторолмаясаҡ. Республикала йәйге ял онлайн-сменалары әүҙем эш башланы. 70 меңдән ашыу бала төрлө белем биреү ойошмаларында дистанцион рәүештә интерактив конкурстарҙа һәм уйындарҙа ҡатнаша, буш ваҡытын ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. Бөгөнгө көнгә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 400-ләгән бала Башҡортостан Республикаһында ойошторолған онлайн-сменалар эшендә ҡатнаша.
Башҡортостан Башлығы Бөтә Рәсәй лагерҙары өлгөһөндә эшләргә тейешле Илеш районындағы билдәле “Орленок” лагеры эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһынды. “Орленок” асылғас, башҡа лагерҙарға ла старт биреләсәк.
- Балалар шөғөлө менән ҡыҙыҡһынырға, уларҙың буш ваҡыттарын файҙалы үткәреүгә булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Сөнки беҙҙең төп маҡсат –тәртипле балалар үҫтереү, - тине Республика Башлығы үҙ сығышында.
Читайте нас: