АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Күбәләктәр" ҡанат нығытты...

"Күбәләктәр" төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр бик тырыш, ҡулдарынан килмәгән эш юҡ, һүҙгә әүәҫ, район кимәлендә, республика ярыштарында ла ситтә ҡалмай.

Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһы минең тәүге ҡыуанысым--Асҡарымдың ашҡынып, яратып йөрөгән әкиәт йорто. Унда киң күңелле, алсаҡ, ихлас, көләс йөҙлө, үҙ эшен яратҡан тәрбиәселәр эшләй. Шулай ҙа иң-иңдәрҙең береһе--беҙҙең балалар баҡсаһындағы икенсе әсәйебеҙ, беҙҙең төркөм тәрбиәсеһе--Әүелбаева Көнһылыу Ғафиҡ ҡыҙы. Беҙҙең апайыбыҙ үҙ иңенә һалынған еңел булмаған бурысты бар көсөн, дәртен, һәләтен биреп башҡара. Кескәйҙәрҙең һәләтен, фекерләүен үҫтереү менән бер рәттән, уларҙы һәр әсә баҡҡан һымаҡ ҡарарға ла кәрәк. Нисә бала--шунынсама холоҡ... Бөтә балаға ла үҙенә күрә айырым иғтибар бүлеү, шулай уҡ таҙалыҡ, тәртип тә булдырыу тәрбиәсе иңендә. Бына ошондай ҙур яуаплы эштә үҙ эшенең оҫтаһы инде ул беҙҙең Көнһылыу Ғафиҡ ҡыҙы.
Балаларҙың ижади һәләтен һәм рухи байлығын үҫтереүгә ҙур көс һала: үҙ ҡулдары менән, шулай уҡ ата-әсәйҙәр менән бергә лә күп төрлө матур-матур ҡул эштәре, уйынсыҡтар, мөйөштәр эшләне.
Шундай ихлас, бәләкәстәрҙе яратҡан, һәр эште түҙемлек менән йылмайып башҡарырға яратҡан тәрбиәсебеҙгә әле яңы ҙурайып килгән улымды тапшырып, ышаныслы ҡалдырып эшемә ашыға торғайным. Ысынлап та бәләкәс кенә бәпестәрҙе ҡулынан төшөрмәй яратып, иркәләтеп, матур һүҙҙәрен йәлләмәй ҙур итеп үҫтерҙе ул! Хәҙер инде ул балалар--сығарылыш тәрбиәләнеүселәре. Шулай ҙа һәр ваҡыт аҡыллыларым, унғандарым, матурҙарым тип ярата. Ошо һүҙҙәр үҙе бер көс бирә бит балаға.
Беҙҙең төркөмдәге бәләкәстәргә килгәндә, бөтәһе лә бик актив, башҡорт рухлы, бигерәк талантлылар. Быны беҙ күптән түгел үткән асыҡ дәрестә күрҙек. Кескәйҙәр уҡыусы балаларҙы арттырып яуап бирә, ярышалар. Күренеп тора: шул хәтлем һәләтлеләр, һүҙгә бай, телмәргә ихластар. Бөгөнгө заманда был бигерәк тә ҙур баһаға лайыҡ.
"Күбәләктәр" төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр бик тырыш, ҡулдарынан килмәгән эш юҡ, һүҙгә әүәҫ, район кимәлендә, республика ярыштарында ла ситтә ҡалмай. Һәр үткәрелгән ярыштарҙа алдынғы урындар яулайҙар. Бик күп рәхмәт хаттарыбыҙ ҙа бар. Интернет селтәрендәге ярыштарҙан да ҡалмайбыҙ.
Тәрбиәселәр педагогик советтарҙа, кәңәшмәләрҙә булғанда уларҙы алыштырыусы кесе тәрбиәселәргә лә ҙур рәхмәтле ата-әсәләр. Сөнки улар ашата, өҫтәрен алмаштыра, таҙалыҡ та булдыра, кәрәк саҡта уйната ла.
Бөтә коллективҡа беҙҙең "Күбәләктәр" төркөмө ата-әсәләре исеменән ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!
Фирүзә Тутаева.
Баймаҡ ҡалаһы.