Бөтә яңылыҡтар

Студент саҡ--күңелле саҡ!

Белемгә, сағыу хыялдарға ынтылған, маҡсаттарына тоғро ҡалған егет һәм ҡыҙҙар уҡый Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Дәртле лә, сәмле лә, тырыш та улар. Өфө, Мәскәү, Сингапур йә Ҡытай булһынмы, һәр ерҙә еңеү яулап, уҡыу йортоноң данын республикаға ғына түгел, тотош донъяға тарата студенттар. Белем усағының “Ете ырыу”, “Сармат” халыҡ, “Эдельвейс” эстрада-бал бейеү, ҡурайсылар ансамблдәре, “Афарин” музыка студияһы, Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы республикала киң билдәле. “Ете ырыу” һәм “Сармат халыҡ бейеү ансамблдәре “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының еңеүселәре лә.

Һүрәттә һеҙ күргән йәштәр—уҡыу йортоноң алдынғы студенттары ғына түгел, ә бар яҡлап әүҙем тормош алып барған заман менән йәнәш атлаған ҡыҙ һәм егеттәр.
Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылынан Илсур Сәғитов педагогика факультетының башҡорт-рус бүлегендә белем ала. Уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән егет Мостай Кәрим исемендәге республика стипендианты. Фән менән дә ныҡлы шөғөлләнә, яҙған докладтары һәм ғилми эштәре Рәсәй һәм донъя кимәлендәге журналдарҙа баҫылып сыға.
Илсур шулай уҡ үҙаллы ҡытай телен үҙләштерә, беренсе курстан алып “Ете ырыу” халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнә.
Уҡыу йортоноң моңло һандуғасы—Йылайыр ҡыҙы Зөбәйҙә Ҡоломбәтованы социаль педагогика ҡыҙыҡһындыра. Тиҙ-ҙән моңло ҡыҙ психология һәм социаль пе-дагогика бүлеген тамамлап, ҡулына дип-
лом аласаҡ. Зөбәйҙә башҡорт халыҡ йыр-ҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” конкурсында ҡатнаша һәм лауреат исеменә лайыҡ була, “Башҡорт йыры”телевизион йыр проектының “Өмөт” номинацияһы еңеүсеһе. Тырыш ҡыҙ артабан белемен магистратурала дауам итергә хыяллана. Йылайыр һандуғасы Зөбәйҙә Ҡоломбәтова уҡыу йортонда, ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән бөтә конкурс-фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. “Киләсәктә ҡайҙа ғына эшләһәм дә , йыр-моңдан айырылмаясаҡмын”,—ти ул.
Сибай институтының йәнә бер ғорур-лығы булған Рәмзил Булатов—Баймаҡ ра-
йонының Әбделкәрим ауылы егете. Рәм-зилде иптәштәре “йүгерек батыр” тип атай, сөнки ул бала саҡтан йүгерергә ярата, еңел атлетика буйынса ҡала, республика ярыштарында һис беренселекте бирмәй. Ул шулай уҡ Башҡортостан йыйылма командаһы ағзаһы, еңел атлетиканан башҡа саңғы, шахмат, гир күтәреүҙә лә һәр саҡ беренсе.
Рәмзил дә тиҙҙән ҡулына диплом алыу бәхетенә эйә, киләсәктә үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлашырға теләй. Ул шулай уҡ белем усағында эшләп килгән “Изгелек” мәрхәмәтлелек клубының алыштырғыһыҙ ирекмәне лә.
Баймаҡ ҡыҙы Наҙгөл Ураҙбаева иҡтисад факультетында белем алһа, Әб-йәлил егете Нурислам Таһиров математика һәм информатика бүлеген тамамалап, әле Өфөлә эшләп йөрөй.
Йәштәргә уңыштар теләйбеҙ!