Бөтә яңылыҡтар

ҠУЛДАРЫНДА ҠЕҮӘТЛЕ КӨС—БЕЛЕМ БАР

—Йәшәү—көрәш, тигәндәре дөрөҫтөр. Беҙҙең быуын йәштәре алдына ла йәшен тиҙлегендә бөтә донъяға таралған сир афәте һынауы ҡуйылды. Борсолорға урын юҡ: ҡулыбыҙҙа ҡеүәтле көс—белем бар. Тағы ла йәшлегебеҙ менән көслөбөҙ, бәхетлебеҙ. Ҡалғаны яйланыр,—ти Илдар, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап.

Сибай ҡалаһы мәктәптәрен быйыл 358 сығарылыш класс уҡыусыһы тамамлай. Ҡыҙҙар-егеттәр дәртләнеп Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнгәндәрендә IV сиректә коронавирусҡа бәйле, бөтә ил мәктәптәре уҡыусылары менән бер рәттән дистанцион белем алыуға күсте. Ҡыңғырау байрамы ла, сығарылыш балы ла улар өсөн онлайн-режимда үткәреләсәк. Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу ҙа йәйгә күсерелде.
Уҡыуҙарында киҫкен боролоштар булыуға ҡарамаҫтан, сығарылыш класс уҡыусыларының кәйефтәре яҡшы. Миҫал өсөн, Сибай гимназияһы уҡыусыларын алайыҡ. Быйыл белем усағын тамамлаусы 53 гимназистың 7-әүһе республика предмет олимпиадаларында призлы урын яулаған. 24 уҡыусы ҡала күләмендәге олимпиадаларҙа юғары уңыштарға өлгәшкән.
—Артем Фазылов биология буйынса Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһының һуңғы этабында призлы урын яуланы. Тырыш егетте Өфө дәүләт нефть-техник университеты теләгән факультетына уҡырға ҡабул итергә, 50 мең һум стипендия түләргә әҙерлеген белдерҙе,—ти гимназия директоры И.И.Варламова.—Ильяс Ҡырымғужин—физика, астрономия буйынса республика олимпиадалары еңеүсеһе. Анастасия Прохорова география буйынса республикала алдынғылар рәтендә. Никита Усков—хоҡуҡ һәм тарих буйынса ике тапҡыр республика предмет олимпиадаһы призеры. Тимур Шәрәфетдинов йәмғиәтте өйрәнеү буйынса республика олимпиадаһында еңеүсе тип танылһа, ҡалала ул 7 предмет буйынса алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Был еңеүҙәр йәштәргә теләгән уҡыу йорттарына юл асыҡ тигәнде аңлата.
Бәләкәйҙән белемгә ынтылған, фәлсәфә ҡорорға яратҡан, тарих менән төптән ҡыҙыҡһынған Илдар Мәзитовтың (һүрәттә) уңыштары ла һөйөнөрлөк. Ул тарих буйынса республика олимпиадаһы призеры. Март айында Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт гуманитар университетында тарих буйынса олимпиадала ҡатнашып, призлы урынға өлгәшкән.
—Әлеге көндә Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығының дисциплина-ара В.И.Вернадский олимпиадаһының I кимәлен яҙам. Был илебеҙҙең төрлө юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инеү мөмкинлеге бирә,—ти Илдар.—Әлбиттә, мөмкинлекте Берҙәм дәүләт имтихандарында 75 һәм унан да юғары балл йыйып белемде раҫларға кәрәк. Шулай итеп, “ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тоторға” тырышам.
Илһам һәм Сәүиә Мәзитовтар улдары ниндәй һөнәр һайлаһа ла уға маҡсатлы ынтыласағына ышана. Илдар төплө белем биреүсе гимназия уҡытыусыларына, һәр башланғысты хуплап тороусы директор Ирина Ивановнаға, ата-әсәһенә ҙур рәхмәтле.
—Йәшәү—көрәш, тигәндәре дөрөҫтөр. Беҙҙең быуын йәштәре алдына ла йәшен тиҙлегендә бөтә донъяға таралған сир афәте һынауы ҡуйылды. Борсолорға урын юҡ: ҡулыбыҙҙа ҡеүәтле көс—белем бар. Тағы ла йәшлегебеҙ менән көслөбөҙ, бәхетлебеҙ. Ҡалғаны яйланыр,—ти Илдар, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап.