Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусылар өсөн яңы конкурс!

2020 йылда гранттар һаны 150-гә еткән. Уның күләме 690 мең һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы 2020 йылда гранттар отоуға конкурс иғлан итә. 2020 йылда гранттар һаны 150-гә еткән. Уның күләме 690 мең һум тәшкил итәсәк. Конкурста 35 йәшкә тиклемге, Рәсәй Федерацияһы гражданы булған, ауыл ерендә урынлашҡан дөйөм белем биреү ойошмаһында ике йылдан артыҡ белем биргән һәм уҡытыу йөкләмәһе бер ставканан да кәм булмаған уҡытыусылар ҡатанаша ала. Шуныһы мөһим: ауыл биләмәһендә йәшәгән кешеләр һаны 15000 –дән дә артыҡ булмаҫҡа тейеш. Дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡа хеҙмәткәрҙәре, быға тиклем грант алғандар конкурста ҡатнаша алмай.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙе дөйөм белем биреү ойошмалары һәм республиканың муниципаль берәмектәренең мәғариф идаралыҡтары тәҡдим итә. Унда ҡатнашыу өсөн документтарҙы [email protected] электрон почтаһына йәки Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2-се йорт адресы буйынса , 309-сы кабинетҡа 2020 йылдың 1 майынан 1 июненә тиклем тапшырырға кәрәк.
Документтар тупланмаһының талаптары тураһындағы мәғлүмәтте республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында табырға мөмкин.
Читайте нас: