Бөтә яңылыҡтар

Диктант яҙҙыҡ күмәкләп

Башҡортса диктант яҙыуҙа сибайҙар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусылары һәм лицеистары йәмғеһе 300 кеше берләшеп, дөйөм эште еренә еткереп ҡуйған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, “Мәғариф” милли проекты, Башҡорт теле йылы сиктәрендә ойошторолған диктант яҙыу көнөндө бөтәһе 305 600 кеше башҡортса онлайн диктант яҙған. Рәсәйҙең 18 төбәгендә һәм 24 сит илдә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа был акцияла ихлас ҡатнашты. 223 000 кеше рәсми bashkdictant.ru сайтында диктант яҙып, эштәрен тикшертеүгә ебәргән. 39 214 - Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ, 3 395 - сит илдәрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ, 51 345 - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙған. Акцияла ҡатнашыусы иң оло кешегә - 96 йәш, ул Ишембай районынан булһа, иң бәләкәй ҡатнашыусыға - 5 йәш. Шуныһы ҡыуаныслы: бәләкәс Баймаҡ районынан.
Башҡортса диктант яҙыуҙа сибайҙар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусылары һәм лицеистары йәмғеһе 300 кеше берләшеп, дөйөм эште еренә еткереп ҡуйған.
Күмәк сарала ҡатнашыусыларҙың эштәре тикшерелеүгә скан, фото рәүешендә электрон почта, вацап месенджеры аша ҡабул ителгән.
#нацпроекты#миллипроекттар