Баймаҡ районы Төркмән ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе биләмә ауылдары өсөн база мәктәбе булып тора. Бында 106 бала белем ала. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең белем усағында бик күп үҙгәрештәр булды. Мәғариф бүлеге ярҙамы менән канализация үткәрелде, һыу индерелде, йылы бәҙрәф булдырылды. Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы менән мәктәпкә 2018 йылда өлөшләтә яңы тәҙрәләр ҡуйылды, спорт залына тулыһынса ремонт та эшләнде. Ошо үҙгәрештәрҙән һуң, белем усағына йәм инде, йылынды, ул заманса йөҙ алды. Талаптарға ярашлы шарттар булдырылғас, бында эшләүе лә, уҡыуы ла күңелле.
Ауыл халҡы быйыл да Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проектында ҡатнаша. Ошо йәһәттән 1-се Төркмән ауылында уҙғарылған йыйылышта Моҡас ауыл хакимиәте башлығы И.Р.Бүләкәнов, Баймаҡтан килгән вәкилдәр ҡатнашып халыҡтың фекерен тыңланы. Мәктәптә алмаштырылмай ҡалған тәҙрәләрҙе лә яңыртыу--беҙҙең дөйөм бурыс. Был тәҡдимде халыҡ дәррәү хупланы. Сөнки барыһының да балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ошонда уҡый. Ә улар–беҙҙең киләсәгебеҙ, ауылыбыҙ яҙмышы.
Йыйылыш барышында 7 кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Ауыл халҡы, ата-әсәләр, бағыусылар әүҙем, берҙәм булырҙар тип ышанабыҙ!