Бөтә яңылыҡтар

Ун көнлөк Мостай Кәримгә арналды

Мостай Кәрим—бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Илебеҙ үҙ шәхесен онотмай. Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллыҡ юбилейҙы белеү һәр кем өсөн кәрәк.Был күренекле ваҡиғаны илебеҙ менән бер рәттән Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы ла билдәләп китте. Колледжда гуманитар фәндәре ун көнлөгө үткәрелде.

Мостай Кәрим—бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Илебеҙ үҙ шәхесен онотмай. Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллыҡ юбилейҙы белеү һәр кем өсөн кәрәк.
Был күренекле ваҡиғаны илебеҙ менән бер рәттән Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы ла билдәләп китте. Колледжда гуманитар фәндәре ун көнлөгө үткәрелде. Башҡорт һәм рус телдәрендә, яҙыусы ижадына арналған викториналар, шиғырҙарын уҡыу конкурсы үтте. Башҡорт теле һәм рус телендә “Мостай Кәрим- яҡтылыҡ йырсыһы” темаһына кластан тыш сара үткәрелде. Инглиз теле дәресендә Мостай Кәримдең “Россиянмын” шиғырын рус теленә тәржемә иттеләр. “Иң оҫта тәржемәсе” тип Иштуған Мөкминов (1-се урын, автомеханиктар төркөмө), Рәхим Айытбаев (2-се урын, автомеханиктар төркөмө), Гөлдәр Шәрипова (3-сө урын, дөйөм туҡланыу технология төркөмө) табылды.
“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, ”Һеңлекәш” фильмдарын ҡарап, фекер алышыуҙар, ҡылыҡһырламалар биреү, үҙ фекереңде яҙыу буйынса эштәр үткәрелде. Бында Автомеханик төркөмө студенттары “Иң көслөләр” тип билдәләнде.
Республика күләмендә үткән “Ситтән тороп шиғыр ятлау” конкурсында, рус телендә “Россиянмын” шиғырын һөйләү буйынса флешмобта, ”Рус түгелмен, ләкин россиян мин” тип аталған проект эшендә студенттар һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ башҡорт телендә “Сигеү сигә ҡыҙҙар” шиғыры менән Миңзәлә Абдуллина (дөйөм туҡланыу технологияһы төркөмө студенткаһы) сығыш яһаны һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Ул ҡаланың үҙәк китапханаһында үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашты.
“Тарих белгестәре” интеллектуаль уйыны иһә бик ҡыҙыу барҙы. Бында төҙөлөш эштәре төркөмө алдынғылыҡты бирмәне.
Һәр дәресте уҡытыусылар бөйөк шәхесебеҙгә арнаны. Һәр төркөмдә асыҡ һәм тәрбиәүи дәрестәр үтте, әҙиптең шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы тыңлау, спектакелдәрен ҡарау һәм фекер алышыуҙар бик файҙалы булды. Шулай итеп, ун көнлөк юғары кимәлдә үтте.
Гөлсинә Дәүләтбаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы