АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“ Уйынсыҡтарға икенсе ғүмер бүләк ит !”

27 сентябрь—Тәрбиәселәр көнөн Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы педагогтары үҙенсәлекле сара ойоштороп ҡаршылай. Хәҙерге заманда уйынсыҡтарҙың төрлөһөн, йәнең теләгәнде һатып алырға мөмкин. Һәр ата-әсә балаһының ихтыяжын, үтенестәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡиммәтле, үҫтереүсе, тәрбиәләүсе уйынсыҡтар алып бирергә тырыша. Әммә уларҙың ғүмере бик ҡыҫҡа була: алабыҙ, уйнатабыҙ һәм сүплеккә алып сығып ырғытабыҙ. Өйөбөҙҙә ташланмаған ватыҡ, боҙоҡ уйынсыҡтар ҙа етерлек.

27 сентябрь—Тәрбиәселәр көнөн Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы педагогтары үҙенсәлекле сара ойоштороп ҡаршылай.
Хәҙерге заманда уйынсыҡтарҙың төрлөһөн, йәнең теләгәнде һатып алырға мөмкин. Һәр ата-әсә балаһының ихтыяжын, үтенестәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡиммәтле, үҫтереүсе, тәрбиәләүсе уйынсыҡтар алып бирергә тырыша. Әммә уларҙың ғүмере бик ҡыҫҡа була: алабыҙ, уйнатабыҙ һәм сүплеккә алып сығып ырғытабыҙ. Өйөбөҙҙә ташланмаған ватыҡ, боҙоҡ уйынсыҡтар ҙа етерлек.
--Ҡаты сүп-сар ҡалдыҡтарын эшкәртеү проблемалары илдә бик актуаль, шуға ла уны хәл итеүгә аҙ булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерегә тырышып, коллективыбыҙ менән “Уйынсыҡҡа икенсе ғүмер бүләк ит”акция-күргәҙмәһе ойошторҙоҡ,--ти Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Сәитәхмәт ҡыҙы Исҡужина. –Сараға балалар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр дәррәү ҡушылды. Һәр бер төркөм боҙоҡ, уйнауға яраҡһыҙ уйынсыҡтарын тәртипкә килтерҙе һәм уларҙы күргәҙмәгә алып сығып теҙҙе. Яңыртылған уйынсыҡтар күргәҙмәһе уны ҡараусы һәр кешелә уйынсыҡтарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: