АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ҠАРШЫ АЛЫРҒА ӘҘЕРҘӘР

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында мәғариф учреждениеларының яңы 2019-2020 уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде. Биш көн дауамында махсус комиссия ағзалары төрлө уҡыу йорттарының, мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының һәм китапханаларҙың әҙерлеген баһаланы.

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында мәғариф учреждениеларының яңы 2019-2020 уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде. Биш көн дауамында махсус комиссия ағзалары төрлө уҡыу йорттарының, мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының һәм китапханаларҙың әҙерлеген баһаланы.
Ғөмүмән, белем биреү йорттарын яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса күләмле генә эш башҡарылған. Мәғариф учреждениеларында ремонт, матди-техник базаны нығытыу һәм энергияны һаҡлау саралары күрелгән.

Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбе директоры Илдар Илһам улы Рыҫбаев әйтеүенсә, был белем биреү йортонда косметик ремонт эшләнелгән, иҫке лампалар энергияны аҙ ҡулланыусы светодиод лампаларға алыштырылған. Шулай уҡ ашханалағы яңы кафелдәр, пластик тәҙрәләр һәм кәңәшмәләр залындағы яңы зиннәтле биҙәүес әйберҙәре лә күҙҙең яуын алып тора. “Ғөмүмән, санитар һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирәбеҙ. Бер аҙ эшләнелмәй ҡалған эштәр бар, уларын тулыһынса яңы уҡыу йылы башланғанға тиклем тамамлап ҡуйырға йыйынабыҙ. Әлбиттә, башҡараһы эштәр бик күп. Сөнки мәктәп бик иҫке, 71-се йылғы. Киләсәктә уларын да атҡарып сығырбыҙ тип ышанғы килә”,—тип әйтеп үтте Илдар Илһам улы.

Таулы ҡасабаһындағы 5-се мәктәптә лә ярайһы уҡ әҙерлек эштәре башҡарылған. Хәҙер мәктәпте талаптарға ярашлы үҙгәртелгән компьютер бүлмәләре биҙәй. Шулай уҡ планлаштырылған бурыстарҙы аҙағына еткереп ҡуяһы ла бар әле. Уларҙы 2020 йылдың апреленә тиклем атҡарып ҡуйыу көтөлә. Мәктәп администрацияһы әйтеүенсә, тәҙрәләрҙе генә алыштырыу ҙа—ярты эште тамамлау тигән һүҙ.

Ҡаланың балалар баҡсалары ла яңы уҡыу йылына гөрләп әҙерләнә. Мәҫәлән,

“Ләйсән” балалар баҡсаһында эштең 95 проценты башҡарылған да инде. Унда

кескәйҙәр өсөн яраҡлаштырылған унитаз, раковиналар, ябыҡ кабинкалар ҡуйылған, ихата матур итеп биҙәлгән, талаптарға яуап биргән ҡом килтерелгән. Балалар баҡсаһы етәксеһе Нәйлә Ирек ҡыҙы Көмөшҡолова әйтеүенсә, улар быйыл 177 баланы ҡаршы алырға йыйына.

“Әкиәт” балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙер. Тәрбиәселәр ата-әсәләр

менән берлектә уйын майҙансыҡтарын ижади ҡараш менән матур итеп биҙәгән. Уларҙың сағыу идеялары һәм фантазиялары төркөмдәргә лә яңы төҫ биргән. Шулай уҡ методик әсбаптар, уйынсыҡтар, уйын һәм спорт ҡоролмалары алынған. Ғөмүмән, бында рәхәтләнеп уйнарға, көндө хәүефһеҙ үткәрергә бөтә шарттар ҙа бар.

Мәғариф учреждениелары коллективтарын яңы кадрҙар менән тьәмин итеү, туҡланыуҙы ойоштороу эштәре лә тамамланыу алдында.



Һүрәттә: комиссия “Әкиәт” балалар баҡсаһында.