Бөтә яңылыҡтар

ҮҘ ЕРЕҢДӘ КӘРӘК БУЛЫУ—БӘХЕТ

Йәй рәхәтләнеп ял итеү мәле генә түгел. Был миҙгелгә аяҡ баҫыу менән ҡайһы бер мәшәҡәттәр ҙә башлана. Кемдер баҡса эше менән булыша, икенселәр бесән, утын хәстәрләй, өсөнсөләр ялға ҡайтҡан балалары менән гөр килә. Мәктәпте тамамлаусылар алдында махсус йә юғары уҡыу йортон һайлау бурысы торһа, ә сығарылыш курсы студенттары ҡулына диплом ала.Сибай институтының педагогика факультетын быйыл 15 студент ҡыҙыл дипломға тамамланы. Ҡулдарына тантаналы рәүештә белемдәре һәм һөнәрҙәре тураһында документ алған йәштәр киләсәктә һынатмаҫ, үҙҙәре уҡыған йүнәлеш буйынса эшкә урынлашыр, республикабыҙҙың лайыҡлы шәхестәре булыр, тигән ышаныс бар.

Йәй рәхәтләнеп ял итеү мәле генә түгел. Был миҙгелгә аяҡ баҫыу менән ҡайһы бер мәшәҡәттәр ҙә башлана. Кемдер баҡса эше менән булыша, икенселәр бесән, утын хәстәрләй, өсөнсөләр ялға ҡайтҡан балалары менән гөр килә. Мәктәпте тамамлаусылар алдында махсус йә юғары уҡыу йортон һайлау бурысы торһа, ә сығарылыш курсы студенттары ҡулына диплом ала.
Сибай институтының педагогика факультетын быйыл 15 студент ҡыҙыл дипломға тамамланы. Ҡулдарына тантаналы рәүештә белемдәре һәм һөнәрҙәре тураһында документ алған йәштәр киләсәктә һынатмаҫ, үҙҙәре уҡыған йүнәлеш буйынса эшкә урынлашыр, республикабыҙҙың лайыҡлы шәхестәре булыр, тигән ышаныс бар.
Әйткәндәй, уҡыу йортонда иң ҙурҙарҙан булған педагогика факультетында белем алыусылар институт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Араларында бейеүселәре лә, йырсылары ла, спортты үҙ итеүселәре лә етерлек. Мәҫәлән, әле ҡулына диплом алыусыларҙан Динара Йәрмөхәмәтованы һәр яҡлап талантлы тип маҡтайҙар. Игеҙәктәр Зәлиә Нәҙербаева менән Әлиә Сәлихова ла институт тормошонда әүҙемлек күрһәтә. Илдус Ҡасҡынбаев Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты булһа, Илгиз Абдрахманов спортта алдынғылыҡты бирмәй. Ул хоккейҙы ла, шахматты ла үҙ итә. Спорттың тәүге төрөндә шәп ҡапҡасы булып танылһа, икенсеһендә гел призлы урын яулай.
Үрҙә һанап үтелгән студенттар ҡасандыр нәҡ Сибай институтын һайлап яңылышмаған. Бында уҡыу өсөн дә, һәр яҡлап шәхес булып формалашыу өсөн дә бар шарттар булдырылған. Быйыл уҡыу йортонда документтарҙы 20 июнь ҡабул итә башланылар. Ул 26 июлгә тиклем дауам итә. Ә ситтән тороп уҡыу бүлегенә килергә теләүселәр 10 сентябргә тиклем документ тапшыра ала. Сибай институтын тамамлаусыларға Өфөләге төп университеттың дипломы бирелә.
Атап үтелгән институтта йылдан-йыл бюджет урындарының күбәйә барыуы һөйөнөслө хәл. Ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе Фирғәт Зәйнулла улы Хисаметдинов әй-теүенсә, быйыл маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡытыу урындары ҡырҡа артҡан. Былтыр ундай урындар 4-әү булһа, быйыл—22. Ҡабул итеү конкурс нигеҙендә буласаҡ.
Тыуған йортҡа яҡын ерҙә белем алыу һәм үҙе-беҙҙә кәрәк булыу—ул ҙур бәхет. Сибай институтын үҙ итеүсе йәш яҡташтарыбыҙ артыр, тип өмөтләнһәк, әле генә ҡулына диплом алған йәштәр иһә лайыҡлы белгестәр булыр, тип ышанабыҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ!
Һүрәттә:
Ҡасҡынбаев Илдус, Йәрмөхәмәтова Динара, Нәҙербаева Зәлиә, Сәлихова Әлиә, Абдрахманов Илгиз.
Читайте нас: