Бөтә яңылыҡтар

Йыр-моңло белем һуҡмағы

2019 йыл Өфө урта махсус музыка колледжының Сибай филиалы уҡыусылары өсөн айырыуса уңышлы башланды. 20 марттан 29 мартҡа тиклем Өфөлә уҙғарылған Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар» АРТ-проект-конкурсында 4-се класс уҡыусыһы Даян Сәмәрханов I дәрәжәле лауреат исемен алған. 13-14 апрелдә баянда оҫта уйнаусы Даянға тағы ла бәхет йылмайған. Ул Магнитогорск ҡалаһында үткәрелгән V Халыҡ-ара «Бах яҙы» конкурсында Гран-при яулаған. Даян—Баймаҡ ҡалаһынан. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Нур Ҡазыхан улы Ҡаһарманов етәкләгән «Баян» класында белем ала.

«Фортепиано» класында уҡыусы Юлиә Йә-ғәфәрова менән Руфина Ишмырҙина ла уңышҡа ирешкән. Юлиә Силәбелә уҙғарылған «Урал әкиәте» Бөтә Рәсәй конкурсында һәм Өфөлә үткәрелгән С.Хәмиҙуллина исемендәге төбәк конкурсында III дәрәжәле лауреат исемен яулаһа, «Бах яҙы» V Халыҡ-ара конкурсында дипломант булған. Руфина «Бах яҙы»нан III дәрәжәле лауреат исемен алып ҡайтҡан. Ҡыҙҙарҙың уҡытыусыһы Нәйлә Владимировна Моратова йәш таланттарҙың уңыштарына һөйөнөп бөтә алмай. Ирек Радик улы Мырҙабулатовтың уҡыусыһы Динә Таулыҡаева ошо уҡ конкурста флейта буйынса III дәрәжәле лауреат исемен алыуға өлгәшкән. Бер юлы «Флейта» һәм «Фортепиано» класстарында белем алыусы 1-се класс уҡыусыһы фортепианола оҫта уйнауы менән барыһын да таң ҡалдырып мәртәбәле конкурстың дипломанты була. Уны был конкурсҡа уҡытыусыһы—Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Нәйлә Мәғдән ҡыҙы Иманова әҙерләгән. Йәш музыканттарға кләсәктә яңынан-яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
Альбина Ҡоҙашева.
Һүрәттә: «Бах яҙы»
V Халыҡ-ара конкурсы еңеүселәре уҡытыусылары Н.В.Моратова һәм Н.Ҡ.Ҡаһарманов менән.