Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров февраль башында үткән «Взлетай!» беренсе мәғариф форумында аҙнаһына биш көн уҡыуға күсеү тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Дүртенсе сирек башынан республиканың башланғыс класс уҡыусылары ошондай эш алымына күсте. Сибай ҡалаһының мәктәптәре лә ошо режимда эшләй башланы. Йәғни, был шәмбелә 2-4 класс уҡыусылары мәктәпкә бара, әммә дәрескә түгел, ә кластан тыш, күңел асыу, спорт сараларында ҡатнашыу төп бурыс итеп ҡуйыла.
Ҡаланың мәғариф бүлеге инспекторы Алһыу Рәүил ҡыҙы Бикмырҙина белдереүенсә, 7-се, 8-се, «Ирәндек» лицейының башланғыс класс уҡыусылары 2018-2019 уҡыу йылы башында уҡ 5 көнлөк уҡыу программаһына күскән. Ҡалғандар ошо юлы ғына был ысулға күсә. Белем усаҡтары уҡытыусылары балаларҙы, ата-әсәләрҙе алдан әҙерләгән, яңылыҡтар барыһына ла ваҡытында еткерелгән.
Яңыса эшләү уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡына йоғонто яһамай.