Бөтә яңылыҡтар

“Әкиәт”тәр әкиәт бүләк итә

Сибай ҡалаһының ”Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләр, балалар менән берлектә Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына арнап “Әкиәт бүләк итәм”йыйынтығын баҫтырып сығарҙы. Йыйынтыҡтың тәүге өлөшөндә республикабыҙҙы данлаған шиғырҙар тупланған. Тәрбиәселәр Фәкиәтова Йәмилә, Иҫәнбаева Рәсимә, Хәзиева Раушания, Фәйзуллина Ләйсән һәм башҡалар менән бер рәттән кескәй тәрбиәләнеүселәребеҙ ҙә ата-әсәләре менән бергәләшеп шиғырҙар ижад итте. Китаптың киләһе биттәрендә тыуған ил байлыҡтарына, батырҙарына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған әкиәттәр сағылыш тапты. Был бүлектә тәрбиәселәр Ҡолмөхәмәтова Рәүилә, Латыпова Наҙгөл, Исҡужина Айгөл, Ырыҫбаева Әлиә, Хоҙайбирҙина Лениза, Хурамшина Гөлшат, Вилданова Әлфиә, Сәйетова Луиза, Баймырҙина Әлфиә, Ләйсән Файзуллина, Йәмилә Фәкиәтова, Рәсимә Иҫәнбаева, Раушания Хәзеева, тәрбиәсе ярҙамсыһы Ҡоломбәтова Зөбәржәттең һәм шулай уҡ ата-әсәләрҙең балалар менән бергә ижады инде. Әҫәрҙәрҙе балаларҙың сағыу һүрәттәре биҙәй. Китап туйында кескәйҙәр “Айыухандың ете мөғжизәһе” әкиәтен сәхнәләштерҙе. Рәүилә Мостафина .

Сибай ҡалаһының ”Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләр, балалар менән берлектә Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына арнап “Әкиәт бүләк итәм”йыйынтығын баҫтырып сығарҙы.
Йыйынтыҡтың тәүге өлөшөндә республикабыҙҙы данлаған шиғырҙар тупланған. Тәрбиәселәр Фәкиәтова Йәмилә, Иҫәнбаева Рәсимә, Хәзиева Раушания, Фәйзуллина Ләйсән һәм башҡалар менән бер рәттән кескәй тәрбиәләнеүселәребеҙ ҙә ата-әсәләре менән бергәләшеп шиғырҙар ижад итте. Китаптың киләһе биттәрендә тыуған ил байлыҡтарына, батырҙарына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған әкиәттәр сағылыш тапты. Был бүлектә тәрбиәселәр Ҡолмөхәмәтова Рәүилә, Латыпова Наҙгөл, Исҡужина Айгөл, Ырыҫбаева Әлиә, Хоҙайбирҙина Лениза, Хурамшина Гөлшат, Вилданова Әлфиә, Сәйетова Луиза, Баймырҙина Әлфиә, Ләйсән Файзуллина, Йәмилә Фәкиәтова, Рәсимә Иҫәнбаева, Раушания Хәзеева, тәрбиәсе ярҙамсыһы Ҡоломбәтова Зөбәржәттең һәм шулай уҡ ата-әсәләрҙең балалар менән бергә ижады инде. Әҫәрҙәрҙе балаларҙың сағыу һүрәттәре биҙәй.
Китап туйында кескәйҙәр “Айыухандың ете мөғжизәһе” әкиәтен сәхнәләштерҙе.
Рәүилә Мостафина .