Бөтә яңылыҡтар

АУЫЛ КҮРКЕ

Хәйбулла районының Мәмбәт мәктәбе 1970 йылда уҡ төҙөлгән. Уның директоры Әлфирә Әсхәт ҡыҙы Мәмбәтова әйтеүенсә, иҫке генә булһа ла, был белем усағы үҙенең йылы, яҡты булыуы менән айырылып тора. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре көсө һәм ата-әсәләр ярҙамы менән бында йыл һайын ремонт яһала, биләмәһе тәртипкә килтерелә. Шуға ла белем усағы бинаһы матур көйөнсә һаҡланған.

Хәйбулла районының Мәмбәт мәктәбе 1970 йылда уҡ төҙөлгән. Уның директоры Әлфирә Әсхәт ҡыҙы Мәмбәтова әйтеүенсә, иҫке генә булһа ла, был белем усағы үҙенең йылы, яҡты булыуы менән айырылып тора. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре көсө һәм ата-әсәләр ярҙамы менән бында йыл һайын ремонт яһала, биләмәһе тәртипкә килтерелә. Шуға ла белем усағы бинаһы матур көйөнсә һаҡланған.
1980 йылда Мәмбәт мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлаған алдынғы ҡарашлы педагог Әлфирә Әсхәт ҡыҙын 2003 йылда директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул күрше Сәғит ауылына кейәүгә сыҡһа ла, ошоғаса үҙ ауылына тоғролоҡ һаҡлап, мәктәпте үҫтереүгә ҙур көс һалып йәшәүен һәм эшләүен дауам итә.
—Элек балалар шаулап торған мәктәптә хәҙер 47 уҡыусы белем ала. Күрше Әҙел ауылының башланғыс мәктәбе беҙҙең филиал һанала. 1-3 кластарҙа белем алыусы 4 балаға бер уҡытыусы һабаҡ бирә. Мәмбәт урта мәктәбендә үҙем менән бергә бөтәһе 8 уҡытыусы эшләйбеҙ, 1-сенән алып 8-се класҡа тиклемге балаларҙы уҡытабыҙ. 11 йыллыҡ мәк-тәп һаналһа ла, быйыл 9-сы, 10-сы, 11-се кластарҙа уҡыусылар юҡ. Артабан нисек булыр, балалар һанының кәмеүе барыбыҙҙы ла борсоуға һала, әлбиттә. Мәктәптең киләсәге тыуымға һәм йәш ғаиләләрҙең ауылда ҡалыуына бәйле икәнен аңлайбыҙ. Мәҫәлән, 2017 йылда ауылда бер бала ла тыумаған. 2018 йылда Мәмбәт мәктәбенә 90 йыл тулды. Шуға бәйле юбилей сараһын быйыл үткәрергә иҫәп тотабыҙ,—ти Әлфирә Әсхәт ҡыҙы.
Ауылдың уртаһында урынлашҡан мәктәп кесеһен дә, олоһон да берләштереүсе үҙәк булып тора. Бында уҙғарылған сараларҙа ата-әсәләр, ололар һәм ауыл активистары әүҙем ҡатнаша. Мәктәпкә барып инеү менән унан йылылыҡ, бөхтәлек, сафлыҡ бөркөлә. Коридор, уҡыу бүлмәләре, ашхана, спорт залы, китапхана—барыһы ла асыҡ, йылы төҫтәргә буялған. Уҡыусылар яҡты, иркен спорт залынан сығышмай. Бында кәрәкле спорт инвентарҙары, саңғылар бар. Малай-ҡыҙҙар дәрестән һуң да килеп волейбол уйнай. Кистәрен спорт залының ишектәре ауыл кешеләре өсөн асыҡ. Бынан тыш, мәктәптә шахмат, фольклор, ҡул оҫ-талары түңәрәктәре уңышлы эшләй. Төрлө фәндәрҙе өҫтәлмә өйрәнергә теләүселәр ҙә дәрестәрҙән һуң килеп шөғөлләнә.
—Беҙҙең уҡыусылар иртәнсәктән киске сәғәт 9-ға, хатта 10-сы яртыға тиклем мәктәптәләр. Уларҙың һәр кеменең үҙ шөғөлө бар. Кемдер спорт уйындарында, ярыштарҙа ҡатнаша, икенселәр китапханаға йөрөй, өсөнсөләр түңәрәктәрҙе үҙ итә. Клубта ойошторолған мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар. Балаларҙың оҡшатҡан шөғөлдәре булыуы яҡшы. Улар тәртип боҙоп, ҡырын эш ҡылып йөрөмәй. Барыһы ла тырышып уҡый, тулы ҡанлы мәктәп тормошо менән йәшәй,—тип һөйөнә директор. Уҡыу эштәре буйынса һәм тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫарҙары Эльвира Фәнил ҡыҙы Ҡәйепова менән Луиза Яңыбай ҡыҙы Түләшева һәр уҡыусының тын алышын белеп тора, уларға тейешле белем һәм тәрбиә бирергә тырыша. Уҡыусылар математиканан белем биреүсе Нәйлә Сәхей ҡыҙы Мәмбәтова, физкультура уҡытыусыһы Айҙар Сәғит улы Түләшев, башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгесе Милә Факил ҡыҙы Мәмбәтова, инглиз теле, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып барыусы Вәсимә Рәфҡәт ҡыҙы Солтанованың һабаҡтарын үҙ итә. Башланғыс кластар һәм музыка уҡытыусыһы Зинира Мөхәмәтғәли ҡыҙы Ниязованың дәрестәре лә фәһемле үтә. Һәр белем усағының үҙ алдынғылары була. Мәмбәт мәктәбе уҡытыусылары спортта ла, эштә лә, уҡыуҙа ла алдынғылыҡта бирмәүсе, «Иң яҡшы тимур командаһы» булараҡ танылыу яулаусы гел егеттәрҙән торған 8-се класты маҡтап бөтә алмай. Ваһапов Әсләм, Баязитов Зөфәр, Бейешов Илйәр, Бейешов Вилнур, Насыров Радик һәм Нәҙерғолов Буранбай—мәктәптең ғорурлығы. Уларҙан үрнәк алыусылар ҙа бар. 7-се класс уҡыусыһы Аслаев Таһир олимпиадаларҙа еңеү яулаһа, 4-се кластан Саламатова Алтынай бик шәп йырлай. 5-се класта белем алыусы Ҡәйепова Илсиәнең оҫта алып барыусы булыуын белдек. Ауылға йәм өҫтәп, йәнләндереп йәшәүсе Мәмбәт мәктәбе уҡытыусыларына һәм уҡыусыларға уңыштар ғына теләйбеҙ.
Альбина Ҡоҙашева.
Һүрәттә: Мәктәп директоры Ә.Ә.Мәмбәтова һәм уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Э.Ф.Ҡәйепова бер төркөм уҡыу алдынғылары менән.