АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сәскәйҙәрең толом-толом

Сибай ҡалаһының «Ҡарһылыу» балалар баҡсаһының башҡорт төркөмдәре араһында «Оҙон сәсле һылыуҡай-2019» конкурсы үтте. Ярыш ҡыҙҙарҙың һәләттәрен, һөнәрҙәрен асыҡлау, башҡорт ҡатын -ҡыҙҙарының милли кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре менән таныштырыу маҡсатында ойошторолдо.

Сибай ҡалаһының «Ҡарһылыу» балалар баҡсаһының башҡорт төркөмдәре араһында «Оҙон сәсле һылыуҡай-2019» конкурсы үтте. Ярыш ҡыҙҙарҙың һәләттәрен, һөнәрҙәрен асыҡлау, башҡорт ҡатын -ҡыҙҙарының милли кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре менән таныштырыу маҡсатында ойошторолдо. Гран-приҙы Яҡшымбәтова Амилия яуланы. Уға «Оҙон сәсле һылыуҡай-2019» бәйгеһенең еңеүсеһе башлығы һәм диплом тапшырылды. Ә «Иң һөйкөмлө һылыуҡай» номинацияһына Әхмәтова Аэлита, «Тылсымлы һылыуҡай» номинацияһына Иҫәнғолова Нурания, «Илһамлы һылыуҡай» номинацияһына Сәйетова Лиана һәм «Иң наҙлы һылыуҡай» номинацияһына Тулыбаева Лиана бүләкләнде. Шулай уҡ, ҡыҙҙарҙы бәйгегә әҙерләгән әсәйҙәргә Маҡтау ҡағыҙҙары бирелде. Конкурс сиктәрендә балалар баҡсаһына 40 йыл тулыу айҡанлы ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Матур сараны ҡараусылар уны музыкаль яҡтан биҙәүсе Йәнбирҙина Гүзәл Илдус ҡыҙына, тәрбиәсе Дәүләтҡолова Айгөл Һөйөндөк ҡыҙына һәм педагог–психолог Кривошеева Светлана Николаевнаға рәхмәттәрен белдерҙе.