Бөтә яңылыҡтар

Яйын тапҡандар

1 марттан Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбенең 5-11 класс уҡыусылары Сибай ҡалаһының 14-се урта мәктәбендә белем ала башланы. Барлығы 195 баланы Сибай ҡалаһының 14-се мәктәбе үҙ ҡыйығы аҫтына һыйындырҙы.

1 марттан Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбенең 5-11 класс уҡыусылары Сибай ҡалаһының 14-се урта мәктәбендә белем ала башланы. Барлығы 195 баланы Сибай ҡалаһының 14-се мәктәбе үҙ ҡыйығы аҫтына һыйындырҙы. Уҡыусыларҙы ике сменала уҡытыу ҡарала. Уларҙы ауылдан ҡалаға 6 мәктәп автобусы ташый. Педагогик коллектив составы тулыһынса һаҡланған, эш хаҡында ла үҙгәрештәр булмай. Хатта ашнаҡсы, ҡарауылсыларҙы ла эшһеҙ ҡалдырмағандар.
Сибай ҡалаһының 14-се мәктәбе директоры Земфира Айҙар ҡыҙы Смаҡова әйтеүенсә, улар ут күршеләргә бинаның буш торған өсөнсө ҡатынан урын биргәндәр. Спорт залында физкультура дәрестәре билдәле график буйынса алып барыласаҡ. Ҡала мәктәбендә белем алыу өсөн балаларға бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған.