Бөтә яңылыҡтар

Проекттары хуплауға лайыҡ

БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмәрханова етәкселегендә уҡыу йортоноң педагогика факультетында белем алған бер төркөм студенттар — Рүзилә Ғәбитова, Гөлиә Ҡарасурина, Илсур Сәғитов, Ғәзинур Ғәйнуллин, Хәсән Солтанғужин һәм Фәйез Үҙәнбаев менән «Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар» проекты эшләгән.

БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмәрханова етәкселегендә уҡыу йортоноң педагогика факультетында белем алған бер төркөм студенттар — Рүзилә Ғәбитова, Гөлиә Ҡарасурина, Илсур Сәғитов, Ғәзинур Ғәйнуллин, Хәсән Солтанғужин һәм Фәйез Үҙәнбаев менән «Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар» проекты эшләгән. Улар башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, йәштәр, шулай уҡ күреү һәләте сикле йәки тома һуҡыр кешеләр өсөн башҡорт әҙәбиәте өлгөләренең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе һәм өйрәнеүҙе еңелләштереүҙе проекттың маҡсаты итеп алған. Йәштәрҙең эш Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған. Китапҡа башҡорт әҙәбиәте классиктарының 75-ләп әҫәре инәсәк.
Әле аудиокитаптарҙы яҙҙыра башлағандар. Бының өсөн 265 мең һум грант аҡсаһына кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, махсус бүлмә йыһазландырылған.
Йәштәргә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының билдәле артистары Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Йосоповалар ярҙамға килеп, бер нисә авторҙың шиғырҙарын уҡып яҙҙырған. Нәфис һүҙ һөйләү конкурстарында еңеүҙәр яулап килгән институт студенттары ла микрофон янында ултырып, әҫәрҙәр уҡыған. Шулай итеп бөгөнгө көгнгә 50-ләп әҫәр яҙҙырылған. Әле улар Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ"ы өҫтөндә эшләй. Аудиокитап яҡын арала интернетҡа һалынасаҡ.
Читайте нас: