Бөтә яңылыҡтар

Институттың абруйы ҙур

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙәре илдәге юғары уҡыу йорттарының 2018 йылғы эшмәкәрлеген тикшереп, уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәләрен иғлан итте.

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙәре илдәге юғары уҡыу йорттарының 2018 йылғы эшмәкәрлеген тикшереп, уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәләрен иғлан итте.
Мониторинг күрһәтеүенсә, БДУ-ның Сибай институты—Рәсәйҙең сифатлы белем биргән усаҡтарының береһе. Барлығы 1314 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән 583 филиал,10 федераль һәм 29 милли-тикшеренеү университеты араһында Сибай институтының шулай юғары баһа алыуы үҙе бер ҡаҙаныш.
Эффектлылыҡ мониторингы белем биреү, фәнни-тикшеренеү, финанс-иҡтисади эшмәкәрлек, профессор һәм уҡытыусылар составының эш хаҡы, эшкә урынлашыу, студенттар контингенты, белем биреү учреждениеһының өҫтәмә күрһәткестәре буйынса бөтәһе 7 йүнәлештә тикшерелде. Ошо йүнәлештәрҙең дүртәүһе ыңғай булғанда юғары уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге эффектлы һанала. БДУ-ның Сибай институтының бөтә 7 күрһәткесе лә тейешле кимәлдә булыуы уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге һөҙөмтәле булыуын сағылдыра.
Рәүилә Хәсәнова,
уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте етәксеһе.
Читайте нас: