Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһына 9 бала йөрөһә, мәктәптә 7 уҡыусы белем ала. Тәжрибәле уҡытыусы Рәзимә Юныс ҡыҙы Сәйетова 2-се, 3-сө һәм 4-се кластарҙы берләштереп уҡыта. Тәрбиәсе Фәйрүзә Дауыт ҡыҙы Илбулова һәм тәрбиәсе ярҙамсыһы Нәсимә Азамат ҡыҙы Илбулова кескәйҙәргә матур тәрбиә бирә. Бер юлы ашнаҡсы һәм йыйыштырыусы булып эшләүсе Светлана Бүләкәнова балаларҙы көн дә тәмле аштар менән һыйлай, бүлмәләрҙә тәртип булдыра. Ҡарауылсылар Хәләф Илбулов һәмТимерғәле Бүләкәнов үҙ эштәренә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай.
Иҫәнбәт мәктәбе ауылда, зонала һәм районда уҙғарылған сараларҙа, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа даими ҡатнашып тора. Уҙған йылда 4-се класс уҡыусыһы Илбулова Миңзилә район кимәлендәге ғилми-ғәмәли конференцияла фәнни эшен уңышлы яҡлап призлы урынға лайыҡ булған. Ошо уҡ кластан Мөхәмәтйәров Инйәр һәм Хөсәйенова Гөлшания, 2-се кластан Илбулова Азалия һәм Илбулова Йәнгүзәл, 3-сө кластан Исрафилова Миләүшә район кимәлендә үткәрелгән балалар һүрәттәре конкурсында ҡатнашып, еңеү яулаған. Быйыл Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған шиғыр һөйләүселәрҙең район конкурсында Илбулова Миңзилә 1-се урын алып, мәктәптең данын күтәргән. Һәләтле, тәртипле, гел «5»-кә генә уҡыған ҡыҙҙы мәктәп администрацияһы райондың Шыршы байрамына йүнәлтмә менән бүләкләгән. Ата-әсәләрҙең тәрбиә эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтеүе, төрлө яҡлап мәктәпкә ярҙам итеүҙәре маҡтауға лайыҡ. Улар төрлө байрамдарҙа бағыусы була, ремонт эштәрендә ярҙамлаша, ярыштарға, экскурсияға машина бүлә. Кластан тыш үткәрелгән сараларҙа ата-әсәләр ихлас ҡатнаша. Ауыл халҡы элек-электән мәктәпте белем усағы ғына түгел, ә ауылдың йөҙө, тотҡаһы, мәҙәни үҙәге тип белә.
—Уҡыусыларҙан да, ата-әсәләрҙән дә уңдыҡ. Ауылда йәшәүсе бар ғаиләләр ҙә сәләмәт тормош алып бара. Балалар бөтәһе лә тәртипле, яҡшы уҡый, буш ваҡыттарында саңғыла, конькиҙа шыуа. Уҡыусыларыбыҙ араһында юғары уҡыу йорттарын тамамлап, төрлө өлкәлә тырышып эшләп йөрөүселәр байтаҡ. Һуңғы йылдарҙа өс уҡыусыбыҙ: Мансур Йосопов, Иршат Fибәҙуллин һәм Ләйсән Fибәҙуллина урта мәктәпте алтын, көмөш миҙалдарға тамамланы. Улар—мәктәбебеҙҙең ғорурлығы,—тип һөйөнә Рәзимә Юныс ҡыҙы.
Эйе, ысынлап та иҫәнбәттәрҙең ғорурланырлыҡ шәхестәре күп. Был бәләкәй генә ауылдан ике Социалистик Хеҙмәт Геройы—таусы Әшрәф Фәтхуллин, тракторсы Мәсәғүт Заманов сыҡҡан. Киләсәк быуынды Ленин ордены кавалеры, данлыҡлы чабан Ҡорбанғәле Илбулов, 20 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы геройы, Александр Невский ордены кавалеры Рәшит Фазыловтар өлгөһөндә тәрбиәләйҙәр.
Тәбиғәттең хозур бер мөйөшөндә урынлашҡан Иҫәнбәт ауылында рухлы, иманлы, эшһөйәр, намыҫлы кешеләр йәшәй. Улар үҙҙәрен уратып алған тау-ҡаяларға, урман-болондарға, йылға-күлдәргә һаҡсыл ҡарай. Ауылды төҙөкләндереү, эргә-тирәне тәртипкә килтереү буйынса ойошторолған өмәләрҙә лә бергәләп ҡатнашалар, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәләр. Берҙәм ғаилә булып йәшәүҙәре менән иҫәнбәттәр башҡаларға үрнәк булып тора.
Һүрәттә: уҡытыусы Рәзимә Юныс ҡыҙы 4-се класс уҡыусылары менән.