АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Байғужа һылыуы

Нәфисә Сыңғыҙова Йылайыр районының Байғужа ауылынан. Матрай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класында уҡып йөрөй. Тик «5» билдәләренә генә өлгәшә.

Нәфисә Сыңғыҙова Йылайыр районының Байғужа ауылынан. Матрай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класында уҡып йөрөй. Тик «5» билдәләренә генә өлгәшә.
—Матрай мәктәбендә унлаған ауылдан балалар белем ала. Беҙҙе дүшәмбе көн иртәнсәк мәктәп автобусы менән килеп алалар, аҙна аҙағында алып барып ҡуялар. Байғужанан ете бала белем эстәй. Аҙна буйы мәктәп янындағы интернатта көн күрәбеҙ. Ашатыу яҡшы,—ти Нәфисә.
Ата-әсә күҙенән ситтә йөрөһә лә буш ваҡытын әрәм-шәрәм итергә яратмай икән Нәфисә. Ул Ял һәм мәҙәниәт үҙәгендәге Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбенең 5-се класын да тамамларға йөрөй, «Йәшлек» бейеү ансамблендә бейей, тиҙҙән хореография буйынса аттестат аласаҡ. Үткән йыл республиканың «Байыҡ» конкурсында «Ҡул оҫталары», «Киндер туҡмау» бейеүҙәре менән сығыш яһап, 2-се урын алғандар.
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, математика, инглиз, рус телдәрен яратып өйрәнә икән Нәфисә. Олимпиадаларҙы ла ҡалдырмай. Былтыр «Башҡортостан мәҙәниәте тарихы» фәне буйынса район олимпиадаһында—беренсе, республиканыҡында—икенсе урынды яулаған. «Уҡытыусым Фирҙәүес Йосоп ҡыҙы менән быйыл да республика кимәленә сығырға хыялланабыҙ»,—ти тырыш ҡыҙ.
Шиғыр уҡырға ла ярата Нәфисә. Ялҡынлы шағирыбыҙ Ш.Бабичҡа арнап районда үткәрелгән «Халҡым өсөн» бәйгеһендә 2-се урын яулаған. «Башҡортостан ынйылары» актерлыҡ оҫталығы бәйгеһендә лә «Ҡанифа юлы» спектакленән өҙөк күрһәтеп Гран-приға лайыҡ булған.
Өлгөр ҡыҙҙың тырышлығы мәктәп, район етәкселәре тарафынан да баһаланған: үткән йәй ул Чехов исемендәге санаторий базаһында башҡорт балалары өсөн ойошторолған «Йәйләү» лагерендә ял итеп ҡайтҡан. «Мәскәү ҡалаһынан, Һарытау, Силәбе өлкәһенән килгән тиңдәштәрем менән дуҫлашып, башҡортса һөйләшеп, матур итеп ял итеп ҡайттым»,—тип ҡыуана Нәфисә.
Һүрәттә: Нәфисә Сыңғыҙова.