Бөтә яңылыҡтар

Нәркәс—еңеүсе!

Яңыраҡ Баймаҡ ҡалаһында үткән инглиз теле буйынса район-ҡала олимпиадаһында Беренсе Төркмән ауылы ҡыҙы, 9-сы класс уҡыусыһы Әминева Нәркәс еңеү яуланы.

Яңыраҡ Баймаҡ ҡалаһында үткән инглиз теле буйынса район-ҡала олимпиадаһында Беренсе Төркмән ауылы ҡыҙы, 9-сы класс уҡыусыһы Әминева Нәркәс еңеү яуланы.
«Был ҡыуанысты осраҡлы, көтөлмәгәндә килгән еңеү тип ҡарарға ярамай,—ти Нәркәстең остазы Фәзимә Кинйәбай ҡыҙы Ниғмәтуллина.—Нәркәс инглиз телен һыу кеүек эсә. Инглизса фекерләй ҙә әле ул. Беҙ был олимпиадала йыл һайын ҡатнашабыҙ. Нәркәс ике йыл рәттән призер булды. Быйыл, 21 дәғүәсеһен артта ҡалдырып, еңеүгә өлгәште».
Фәзимә Кинйәбай ҡыҙы үҙе лә Беренсе Төркмән ауылы ҡыҙы. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер университет) сит телдәр факультетына уҡырға инә. Бына хәҙер утыҙ йылға яҡын туған мәктәбендә балаларға инглиз теленән белем бирә. «Хәҙер халыҡ ауылда ла тел белеүҙең әһәмиәтен яҡшы аңлай. Ата-әсәләр яғынан шундай таяныс булғас, балалар ҙа тырышып уҡый. Мәктәпте тамамлаған уҡыусыларым араһында минең юлымды һайлаусылар ҙа күп кенә. Сибайҙа, Темәстә, хатта Өфөлә лә инглиз теленән уҡытып йөрөгән уҡыусыларым бар»,—тип ҡыуана Төркмән ауылының дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категория уҡытыусыһы, биш бала әсәһе, «Әсәлек даны» миҙалы лауреаты Фәзимә Ниғмәтуллина.
Һүрәттә: Нәркәс яратҡан уҡытыусыһы Фәзимә Кинйәбай ҡыҙы менән.